Абдрахманов Илгиз Юлай улы

Илгиз Юлай улы Абдрахманов (рус. Абрахманов Илгиз Юлаевич; 1987 йылдың 8 феврале, Ишәй, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы, музыкант, музыкаль продюсер; башҡорт, татар, рус телдәренә йырҙар башҡарыусы.

Биографияһы

1987 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишәй ауылында тыуған. Уның таланты музыкаль һәләтле ата-әсәһенән килә. Уның атаһы Юлай бейеүсе, ә әсәһе Флүрә гармунда уйнай. Ағаһы Илшат иһә баянда уйнай һәм уның тауыш яҙҙырыу студияһы бар. Ағаһы Илгизде гитарала ла уйнарға өйрәткән.

Илгиз мәктәптә тыуған ауылында уҡый. 8 кластан Һуң Сибай ҡалаһында гимназия-интернатта уҡый. Ул һәр ваҡыт сәнғәт менән мауыға, мәктәп йылдарында конкурстарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

10 һәм 11 кластарҙы Абдрахманов Сибайҙа 13-сө мәктәптә тамамлай. Уҡыу осоронда ҡаланың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Абдрахманов Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеү өсөн Өфөгә китә. Уны, тауышы бик матур түгел тип, Илгиз Башҡорт дәүләт университеты филология һәм журналистика факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетын бөтә.

Илгиз сәнғәт юлын һайлай, һөнәре буйынса бер генә көн дә эшләмәгән[1][2].

Шәхси тормошо

Илгиздең ҡатыны Фаягөл. Өлкән ҡыҙҙары Мәликә исемле. 2024 йылдың 8 июнендә Абдрахмановтар ғаиләһендә улдары Әмирхан тыуа. 2026 йылдың 31 авгусында өсөнсөгә улдары тыуа[3]

Илгиз кешеләрҙең йомшаҡлығын һәм тәрбиәлелеген баһалай, уға ғәҙелһеҙлек һәм ҡанһыҙлыҡ оҡшамай. Уның яратҡан ризығы — бишбармаҡ, ә яратҡан эсемлеге — ҡымыҙ[2].

Танылыуы һәм башҡа бүләктәре

Илгиздең дәртле бейеү композициялары теләһә ниндәй тыңлаусыны бейеү майҙансығына сығырға мәжбүр итә ала. Тыңлаусылар дәртле бейеү йырҙарын ярата, йырсыны ҡабатланмаҫ харизмаһы, энергияһы һәм эпатаж образы өсөн ҡәҙерләй. Йырсының аудиторияһы төрлө, һәм уның йырҙарын бөтәһе лә тыңлай: мәктәп йәшендәге йәш быуындан алып өлкәндәргә һәм етди 40 йәшлек кешеләргә тиклем. Концерттарҙа һәр ваҡыт күңел асыу, еңеллек һәм драйв атмосфераһы хакимлыҡ итә[4].

  • 2015 йыл — «Йәшлек шоу-2015» республика йәштәр фестивалендә ҡатнаша һәм «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеү яулай.
  • 2022 йыл — «Йыл артисы 2022» номинацияһында «Йыл таныуы» республика премияһына лайыҡ була.
  • 2023 йылдың 29 ғинуарында Абдрахманов MTV телеканалы версияһы буйынса «Йыл артисы» номинацияһында еңеү яулай[2].

Йырҙары

Илгиз Абдрахманов яльбомдары

«Аптырайым» (2024); «Алтын малай» (2021); «Һағынам» (2023).

Айырым синглдар

«Шаян мөхәббәт» (2024); «Йәле иркәм» (2025); «Илама, бәғерем» (2023); «Юҡ кәрәкмәй» (2021); «Эҙләнең» (2024); «Әнисә» (2025).

Иҫкәрмәләр

  1. Гөлнур Ҡыуатова. Йырҙы юлдаш итеп... Шоңҡар журналы (27 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.
  2. 1 2 3 Ильгиз Абдрахманов — биография певца. Краткие биографии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.
  3. Инсаф Хужабирганов. Популярный башкирский певец Ильгиз Абдрахманов стал отцом в третий раз. bashinform.ru (1 сентябрь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.
  4. Ильгиз Абдрахманов. Просс-кит. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.

Һылтанмалар