Абдрахманов Хәлил Абдрахман улы

Абдрахманов Хәлил Абдрахман улы (рус. Абдрахманов Халил Абдрахманович) (19151943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының ат йөрөтөүсеһе (коновод), гвардия ҡыҙылармеецы[1].

Биографияһы

Хәлил Абдрахман улы Абдрахманов 1915 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) Айыт ауылында тыуған.

Тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. Колхозда эшләй.

Хәрби хеҙмәте

Ҡыҙыл Армия сафына Миәкә районы хәрби комиссариаты саҡыра.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының ат йөрөтөүсеһе (коновод) булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 10 октябрендә Украина ССР-ы Чернигов өлкәһенең Любеч ҡалаһы янындағы аяуһыҙ алыштарҙа һәләк була[2][3].

Наградалары

Хәтер

Абдрахманов Хәлил Абдрахман улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Миәкә районы Айыт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.