Абдуллин Ғатаулла Хәйрулла улы

Абдуллин Ғатаулла Хәйрулла улы (рус. Абдуллин Гатаулла Хайруллович) (15.10.1915-13.08.1993) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 60-сы кавалерия полкында һуғышҡан. Гвардия ҡыҙылармеецы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1]

Биографияһы

Ғатаулла Хәйрулла улы Абдуллин сығышы менән Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылынан[2].

Хәрби хеҙмәте

1941 йылдың 22 июнендә Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Яраланыу сәбәпле, 1944 йылда демобилизациялана. Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылына әйләнеп ҡайта.

Наградалары

Хәтер

Абдуллин Ғатаулла Хәйрулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[[4]] һәм БР-ҙың Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.