Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы
Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы (рус. Абсатарова, Гузель Рашидовна; 1957 йылдың 1 октябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР, Өфө) — совет һәм Рәсәй бейеүсеһе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең педагог-репетиторы[2]. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)[3].
Биографияһы
Гүзәл Рәшит ҡыҙы Абсатарова 1957 йылдың 1 октябрендә Өфөлә тыуған[3].
1996 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлаған. Уның педагогтары араһында Е. П. Валукин һәм Л. М. Таланкина булған[4].
1973 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солистка булып эшләй, 1991 йылдан — педагог-репетитор[3].
2004 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһыylf, 2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта[4].
Ижады
Абсатарованың репертуарында «Азамат», «Арагонская хота», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Дуҫлыҡ», «Ете ҡыҙ», «Заһиҙә», «Ҡумыҙ менән бейеү» һәм башҡа бейеү партиялары һәм номерҙары булған[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Абсатарова Гузель Рашидовна. Медиакульт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Абсатарова Гузель Рашидовна. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
- ↑ 1 2 Жюри. Росконцерт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026. Архивировано 18 февраль 2025 года.
- ↑ Билдәле бейеүсе, талантлы педагог Гүзәл Абсатароваға Салауат Юлаев ордены тапшырылды (башҡ.). Башҡортостандың мәҙәни донъяһы (6 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
Һылтанмалар
- Абсатарова Гузель Рашидовна // Башкирская энциклопедия.
- Абсатарова Гузель Рашидовна // Медиакульт.