Авдеева Наталья Германовна
Авдеева Наталья Германовна (1988 йылдың 6 сентябре, Калининград) — Рәсәй спортсыһы, йәйәнән уҡ атыу буйынса 2019 йылда донъя чемпионы, 2019 йылда Европа уйындары чемпионы, Рәсәй чемпионаттары чемпионы һәм призеры. Илдең йыйылма командаһы ағзаһы.
Биографияһы
Наталья Германовна Авдеева 1988 йылдың 6 сентябрендә Калининград ҡалаһында тыуған. Наташаның ата-әсәһе ҡыҙҙарын йәйәнән атыу секцияһына бирергә ҡарар ҡабул итә. Ҡыҙҙың классик йәйәнән атыу эше килеп сыҡмай, шуға күрә ул блоклы йәйәнән атыуға күсә һәм уның был спорт төрө менән мөнәсәбәттәре яйға һалына. Спортсы ҡыҙ Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры мдәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Спорт карьераһы
Наталья Германовна Авдеева егерме йәшендә Рәсәй йыйылма командаһы составына ныҡлап инә. 2012 йылдағы Универсиадала тәүге тапҡыр, команда ярыштарында сығыш яһап, көмөш миҙал яулай. Иммануил Кант исемендәге Балтик федераль университетында аспирантурала уҡый. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры[1].
Кванджула үткән XXVII Бөтә донъя йәйге универсиадаһында 2015 йылдың июлендә ҡушма йәйәнән атыу буйынса ярыштарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында алтын миҙал яулай[2].
2018 йылда спортсы Донъя Кубогына лайыҡ була.
2018 йылдың 19 февралендә Американың Янктон ҡалаһында блоклы йәйәнән атыу буйынса ябык залдағы донъя чемпионатында алтын миҙал яулай. Һөҙөмтәлә төрөк спортсыһы Есим Бостанды финалда еңә.
2019 йылдың 15 июнендә донъя чемпионатының блоклы йәйәнән атыу буйынса донъя чемпионы була. Был турнир Хертогенбоста үтә. Авдеева финалда 142 :141 иҫәбе менән америка спортсыһы Пейдж Пирсты еңә[3].
Европаның 2019 йылдың июнендә Минскиҙа үткән Европа уйындарында микста көмөш миҙал яулай, ә шәхси беренселектә II Европа уйындарының еңеүсеһе була.
2023 йылдың сентябрендә Брест ҡалаһында (Беларусь) 150-нән ашыу уҡсы ҡатнашҡан Халыҡ-ара турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап, Авдеева өс миҙал яулай: бер алтын һәм ике көмөш[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ АВДЕЕВА Наталья Георгиевна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2020.
- ↑ Дмитрий Иванов. Лучница Наталья Авдеева: За год стреляю 150 000 раз! kgd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2020. Архивировано 14 ноябрь 2016 года.
- ↑ Лучница Наталья Авдеева стала чемпионкой мира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2020. Архивировано 1 февраль 2020 года.
- ↑ Валерия Юшина. Калининградская лучница Авдеева завоевала три медали в Белоруссии. МК Калининград (13 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.