Ада Йонат
Ада Йонат (ҡыҙ фамилияһы Лифшиц) (йәһ. עדה יונת, рус. Ада Йонат; 1939 йылдың 22 июне, Иерусалим, Израиль — 2026 йылдың 31 авгусы, Израиль) — Израиль ғалимы-кристаллографы, Венкатраман Рамакришнан һәм Томас Стейц менән берлектә «рибосоманың структураһы һәм функцияларын тикшереү өсөн» 2009 йылғы Нобель химия премияһы лауреаты[4]. Вейцман институтындағы Хелен һәм Милтон А. Киммельман исемендәге Биомолекуляр структуралар һәм йыйыу үҙәгенең директоры[5]. Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы (2020). Нобель премияһы алған тәүге Израиль ҡатын-ҡыҙы.
Биографияһы
Иерусалимда ярлы ғаиләлә, яҡында ғына Лодзь (Польша) ҡалаһынан репатриант булып килгән йәшелсә һатыусының ғаиләһендә тыуған[6]. Ата-әсәһе, Гиллель һәм Эстер Лившиц, Иерусалимға 1933 йылда күсеп килгән, атаһы нәҫелдән килгән равиндар ғаиләһенән булһа ла һәм үҙе лә равин булһа ла, сәләмәтлеге арҡаһында һөнәре буйынса эшләй алмаған[7]. Атаһы аҙыҡ-түлек магазины тотҡан, әммә шуға ҡарамаҫтан, ғаилә тормошо ярлы булған. Күп ғаиләләр менән бергә йәшәгәндәр. Ада бала саҡта китаптар менән мәшғүләт булғанын хәтерләй[8]. Ярлы булыуҙрына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарына лайыҡлы белем бирер өсөн, ата-әсәһе Аданы абруйлы райондағы (Бейт-ха-Керем) мәктәпкә уҡырға ебәргән. 1949 йылда атаһы вафат булғас, Ада бала сағында әсәһе һәм ике йәшлек һеңлеһе Нурит менән Тель-Авивкә күсә.
Урта мәктәпкә Тихон Хадашҡа йөрөй. Әсәһе уҡыу өсөн түләй алмаған, шуға күрә уҡыусыларға математиканан дәрес биргән[9]. Бала сағында Ада Йонаттың идолы Мария Склодовская-Кюри булған[10]. Әммә өлкән йәштә, Ада Кюри инде уның өсөн «өлгө» түгеллегенә баҫым яһаған[11]. Мәктәптән һуң Ада юғары белем алыға, колледжда уҡыу өсөн Иерусалимға ҡайтҡан.
1962 йылда Иерусалимдағы Йәһүд университетында бакалавр дәрәжәһен, 1964 йылда магистр дәрәжәһен алған. 1968 йылда рентгеноструктур тикшеренеүҙәр өсөн Реховоттағы Вейцман институтында докторлыҡ дәрәжәһен алған[12].
1969—1970 йылдарҙа АҠШ-та, шул иҫәптән Массачусетс технология институтында эшләгән[12].
1988 йылдан Вейцман институтының структур биология бүлегендә уҡытҡан[12].
Рибосома тикшеренеүҙәре өлкәһендә беренселәрҙән береһе. Шулай уҡ түбән температуралы аҡһымдар кристаллографияһы методикаһын тәүге тапҡыр ҡулланған. Уның антибиотиктарҙың рибосомаға йоғонтоһон һәм организмдың антибиотиктарға ҡаршы тороу механизмдарын тикшереүе клиник дарыу терапияһының эффективлығын өйрәнеүҙә мөһим аҙым булған.
НАСА (рус.)баш. менән хеҙмәттәшлек иткән.
Вафат булғансы Вейцман институты ҡарамағындағы Хелен һәм Милтон А. Киммельман исемендәге Биомолекуляр структуралар һәм йыйылыу үҙәгенең ғәмәлдәге директоры булып эшләгән[13][14][15].
Аданың доцент Хагит Йонат исемле ҡыҙы һәм Ноа исемле ейәне ҡалған. Хагит — табип, Шиба медицина үҙәгендә эшләй.
2026 йылдың 31 авгусында 87 йәшендә вафат булған[16].
Фәнни карьераһы
Йонат постдоктор вазифаһын Карнеги-Меллон университетында (1969) һәм Массачусетс технология институтында (1970) ҡабул итә. Массачусетс технология институтында постдок булған осорҙа, 1976 йылғы Нобель химия премияһы лауреаты Уильям Н. Липскомб-кесенең Гарвард университетындағы лабораторияһында эшләй. Был лабораторияла ул ҙур биологик структуралар химияһын тикшерегән.
1970 йылда Израилдә 10 йыл дауамында берҙән-бер булған аҡһым кристаллографияһы лабораторияһын нигеҙләй. Артабан, 1979—1984 йылдарҙа, Берлиндағы Макс Планк молекуляр генетика институтында Хайнц-Гюнтер Виттманн менән төркөмгә етәкселек итә. Йонат 1977 һәм 1978 йылдарҙа Чикаголағы Калифорния университетының элекке биохимия һәм теоретик биология факультетында саҡырылған профессор була. 1986—2004 йылдарҙа Гамбургтағы DESY-лағы Макс Планк институтының тикшеренеү бүлеген етәкләй, бер үк ваҡытта Вейцман институтында тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Рибосома кристаллографияһы ярҙамында аҡһым биосинтезы механизмдарын өйрәнгән. Рибосомалар РНК-ны аҡһымға әйләндерә, һәм уларҙың микробтарҙағы структураһы эукариоттарҙыҡынан (кеше күҙәнәктәре кеүек) саҡ ҡына айырмалы булғанлыҡтан, улар йыш ҡына антибиотиктарҙың маҡсаты була. 2000—2001 йылдарҙа Ада Йонат ике рибосома берләшмәһенең юғары асыҡлыҡлы тулы структураларын билдәләй һәм асимметрик рибосома эсендә универсаль симметрик өлкәне таба. Шулай итеп, ул рибосома рибозим булып тора, ул субстраттарын пептид бәйләнештәре барлыҡҡа килтереү өсөн яраҡлы стереохимияла һәм субстрат-аралыҡлы катализ өсөн урынлаштыра. 1993 йылда аҡһымдарҙың барлыҡҡа килеү процесын, йәғни рибосомаль туннелде күҙаллай һәм һуңынан уның элонгацияны туҡтатыу, гейтлау, күҙәнәк эсендәге көйләү һәм барлыҡҡа килгән сынйырҙы формалашҡан арауыҡҡа күсереүҙә ҡатнашыуын тәьмин иткән хәрәкәтсән элементтарҙы аса.
Бынан тыш, Йонат рибосомаларға йүнәлтелгән егерменән артыҡ төрлө антибиотиктың эш итеү юлдарын аңлата, дарыуға ҡаршы тороу һәм синергизм механизмдарын асыҡлай, антибиотиктарҙың һайлаусанлығының структур нигеҙен аңлата һәм уның клиник файҙалылыҡта һәм терапевтик эффективлыҡта төп роль уйнауын күрһәтә, шуның менән структураға нигеҙләнгән дарыуҙар булдырыу юлын аса. Рибосома кристаллографияһын булдырыу өсөн, Йонат яңы техника — криобиокристаллографияны тәҡдим итә. Кристалдар тиҙҙән емерелгәнлектән, ғалимдар төркөмө менән кристалдарҙы −185°C-ҡа тиклем һыуытып был проблеманы хәл итә. Криобиокристаллография структур биологияла ғәҙәти ысулға әүерелә һәм уға тиклем ауыр тип иҫәпләнгән ҡатмарлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.
Ада Йонат вафат булғансы Вейцман институтында профессор вазифаһында эшләгән[17]. 2025—2026 йылдарҙа уның тикшеренеүселәр төркөмө рибосомаларҙың структураһын һәм функцияларын өйрәнеүен дауам итә, шул иҫәптән антибиотиктарға ҡаршы тороуҙы еңеү өсөн алтын стафилококк рибосомаларын тикшереү, шулай уҡ кеше эмбриональ әсә күҙәнәктәренән рибосомаларҙы таҙартыу ысулдары эшләнә[18].
Йәмәғәт позицияһы
2016 йылда, йөҙҙән ашыу Нобель лауреаты менән бергә, Greenpeace, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм бөтә донъя хөкүмәттәренә генетик модификацияланған организмдар (ГМО) менән көрәште туҡтатырға саҡырып хатҡа ҡул ҡуйған[19][20][21].
2023 йылдың 10 сентябрендә «Haaretz» баҫмаһында Израилдәге суд реформаһын тәнҡитләп мәҡәлә баҫтырған[22]. Шулай уҡ тотҡондарҙы азат итеү һәм Газа секторында һуғышты туҡтатыуға саҡырып асыҡ хатҡа ҡул ҡуйған[23].
Танылыуы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ада Йонат АҠШ фәндәр академияһының, Американ сәнғәт һәм фәндәр академияһының, Израиль тәбиғи һәм гуманитар фәндәр академияһының, Европа фәндәр һәм сәнғәт академияһының, Европа молекуляр биология ойошмаһының һәм Леопольдинаның (2013 йылдан) ағзаһы булған[24].
2014 йылдың 18 октябрендә Папа Франциск профессор Йонатты Папа фәндәр академияһы ағзаһы итеп тәғәйенләгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- 2002 — Израиль дәүләт премияһы (химия өлкәһендә) — рибосома тикшеренеүҙәре өсөн[25].
- 2002 — Ф. А. Коттон миҙалы.
- 2002 — Харви премияһы — «рибосоманың алдынғы кристаллографик тикшеренеүҙәре өсөн, атап әйткәндә, тере күҙәнәктәрҙең аҡһым синтезлау механизмының структураһына һәм эшләүенә яҡтыртыусы, яңы антибиотиктарҙы рациональ конструкциялауға килтергән структур биологиялағы асыштар өсөн».
- 2004 — Мэссри премияһы.
- 2004 — Пауль Каррер алтын миҙалы.
- 2005 — Луиза Гросс Хорвиц премияһы.
- 2006 — Ротшильд премияһы.
- 2006 — Вольф премияһы (химия) (Джордж Фехер менән берлектә) — «рибосома эшләү механизмы өлкәһендәге оригиналь структур асыштар өсөн».
- 2006 — ЭМЕТ премияһы.
- 2007 — L’Oréal — ЮНЕСКО «Фәндәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» премияһы (Европа) — «аҡһым синтезы структураһын һәм уның антибиотиктар тарафынан баҫылыуын тикшереү өсөн».
- 2007 — Пауль Эрлих һәм Людвиг Дармштедтер премияһы.
- 2008 — Альберт Эйнштейн премияһы.
- 2009 — Нобель химия премияһы.
- 2010 — Вильгельм Экснер миҙалы.
- 2011 — Мария Кюри миҙалы.
- 2011 — Эрна Хамбургер премияһы.
- 2014 — Эрстед лекцияһы.
- 2015—2023 йылдарҙа бер нисә университеттың почётлы доктор дәрәжәһе (шул иҫәптән МДУ, Страсбург университеты, Карнеги-Меллон университеты һәм башҡалар)[26].
- Техниондың почётлы доктор дәрәжәһе (2024 йыл июнь).
Шулай уҡ уның наградалары араһында «Ҡаҙағстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғына 20 йыл» юбилей миҙалы (2012)[27].
Библиографияһы
Избранная библиография
- Ada Yonath. Can structures lead to better drugs? Lessons from ribosome research // From molecules to medicines / J. L. Sussman, and P. Spadon, eds. — Dordrecht, The Netherlands: Springer, 2009. — P. 231—251. — 249 p. — ISBN 978-90-481-2338-4.
- Ada Yonath. Ribosome: an ancient cellular nano-machine for genetic code translation // Biophysics and the challenges of emerging threats / J. D. Puglisi, ed. — Dordrecht, The Netherlands: Springer, 2009. — P. 121—155. — 180 p. — ISBN 978-90-481-2367-4.
- Ada Yonath. Ribosomal crystallography: peptide bond formation, chaperone assistance, and antibiotics inactivation // New Technologies for Current Challenges in Biology and Beyond / J. D. Puglisi, ed. — Dordrecht, The Netherlands: Springer, 2007. — P. 121—147. — 155 p. — ISBN 978-1402058998.
- Ada Yonath. Ribosomal crystallography: peptide bond formation, chaperone assistance and antibiotics activity (инг.) // Molecules and Cells : Ж. — 2005. — Vol. 20, no. 1. — P. 1—16.
- Ada Yonath. Antibiotics targeting ribosomes: resistance, selectivity, synergism, and cellular regulation (инг.) // Annual Review of Biochemistry : Ж. — 2005. — Vol. 74. — P. 649—679.
- Ada Yonath, Anat Bashan. Initiation, peptide bond formation and amino acid polymerization are hampered by antibiotics (инг.) // Annual Review of Microbiology : Ж. — 2004. — Vol. 58. — P. 233—251.
- Ada Yonath. Ribosomal crystallography: dynamics, flexibility and peptide bond formation // Conformational Proteomics of Macromolecular Architecture / R.H. Cheng and L. Hammar, eds. — New Jersey: World Scientific Publishing, 2004. — P. 245—290. — 420 p. — ISBN 981-238-615-1.
- Ada Yonath. Ribosomes, the machines of life // Life science for the 21st century / E. Keinan, I. Schechter and M. Sela, eds. — Weinheim, Germany: Wiley—VCV Press, 2004. — P. 1—47. — 372 p. — ISBN 978-3-527-30588-9.
- Ada Yonath. Ribosomal Tolerance and Peptide Bond Formation (инг.) // Biological Chemistry : Ж. — 2003. — Vol. 384. — P. 1411—1419.
- Ada Yonath. The search and its outcome: high-resolution structures of ribosomal particles from mesophilic, thermophilic and halophilic bacteria at various functional states (инг.) // Annual Review of Biophysics and Biomolecular Structure : Ж. — 2002. — Vol. 31. — P. 257—273.
- Ada Yonath. High-resolution structures of large ribosomal subunits from mesophilic eubacteria and halophilic archaea at various functional states (инг.) // Current Protein and Peptide Science : Ж. — 2002. — Vol. 3, no. 1. — P. 67—78.
- Ada Yonath and Francois Franceschi. Ribosomes // Encyclopedia of Molecular Biology / T. E. Creighton, ed. — A. Wiley-Interscience Publication, J. Wiely and Sons, 1999. — P. 2197—2202. — 2878 p. — ISBN 978-0-471-15302-3.
- Ada Yonath. Approaching atomic resolution in crystallography of ribosomes (инг.) // Annual Review of Biophysics and Biomolecular Structure : Ж. — 1992. — Vol. 21. — P. 77—93.
- Ada Yonath, Heinz-Günter Wittman. Approaching the molecular structure of ribosomes (инг.) // Biophysical Chemistry : Ж. — 1988. — Vol. 29, no. 1—2. — P. 17—29.
- Ada Yonath, Heinz-Günter Wittman. New aspects in 3-dimensional structure determination of ribosomal particles // Structure and Expression / M. H. Sarma, R. H. Sarma, eds. — Schenectady, NY: Adenine Press, 1988. — P. 191—207. — 342 p. — ISBN 978-0940030213.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ada E. Yonath // FemBio-Datenbank (нем.)
- ↑ Ada E. Yonath // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ NNDB (ингл.) — 2002.
- ↑ The Nobel Prize in Chemistry 2009 (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026. Архивировано 8 апрель 2012 года.
- ↑ Professor Ada Yonath. Global Young Scientists Summit 2023. National Research Foundation Singapore. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Захар Гельман. «Голубка науки» из Реховота. Эхо планеты (29 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2011. Архивировано из оригинала 29 июль 2012 года.
- ↑ István Hargittai, Magdolna Hargittai «Candid science 6»: Interview with Ada Yonath (p. 390) Архивная копия от 23 апрель 2015 на Wayback Machine
- ↑ Talk given at Moriah College, Sydney, 18 February 2010 as noted by a student present from James Ruse Agricultural High School
- ↑ Siegel-Itzkovich, Judy. Former 'village fool' takes the prize (17 ғинуар 2012).
- ↑ ISRAEL21c (5 октябрь 2011).
- ↑ Talk given at Moriah College, 18 February 2010
- ↑ 1 2 3 Петров, Пётр. Нобелевская премия по химии — 2009, Элементы.ру (14 октябрь 2009). 14 октябрь 2009 тикшерелгән.
- ↑ Prof. Ada Yonath, Nobel Laureate. AniMab Biotech. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Prof. Ada Yonath. Global Young Scientists Summit (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Умерла нобелевский лауреат по химии Ада Йонат (31 август 2026). 1 сентябрь 2026 тикшерелгән.
- ↑ Умерла единственная получившая Нобелевскую премию израильтянка. ТАСС (31 август 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.
- ↑ Йонат Ада. Летопись Московского университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Publications. Weizmann Institute of Science. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ 107 Nobel laureates sign letter blasting Greenpeace over GMOs. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2016. Архивировано 29 июнь 2016 года.
- ↑ Laureates Letter Supporting Precision Agriculture (GMOs). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026. Архивировано 7 июль 2016 года.
- ↑ Список нобелевских лауреатов, подписавших письмо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026. Архивировано 2 сентябрь 2017 года.
- ↑ The judicial coup will turn Israeli science into fiction. Haaretz (10 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Health workers and Nobel laureates issue joint letter demanding ceasefire. Middle East Eye. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Ada E. Yonath. Research.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Названы лауреаты Премии Израиля в области химии и археологии(недоступная ссылка)
- ↑ Curriculum Vitae - Ada E. Yonath. Weizmann Institute of Science. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 август 2026.
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан № 327 от 17 мая 2012 года «О награждении юбилейной медалью „Қазақстан Республикасының тәуелсіздігіне 20 жыл“».
Һылтанмалар
- Страница Ады Йонат на сайте института Вейцмана (инг.)
- Список публикаций Ады Йонат на сайте Института Вейцмана (инг.)
- Ионат Ада — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Борисова, Александра, Подорванюк, Николай. Химия осталась без Нобеля, Газета.ру (7 октябрь 2009). 14 октябрь 2009 тикшерелгән.
- П. Петров. Нобелевская премия по химии — 2009 // «Элементы», 14.10.2009