Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы
Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы (1919—1921) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда Башҡорт частарының хәрби формированиеһы.
Ойошторолоуы һәм тарихы
Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы РСФСР-ҙың Революцион хәрби советы рәйесе Л. Т. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендә сыҡҡан 615-се фарманына ярашлы Бәләбәй ҡалаһында Башҡорт корпусы хәрбиҙәре һәм Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәренең мобилизация буйынса яңы саҡырылыусылары иҫәбенә ойошторола[1].
1919 йылдың август айында бригада составында 3-се Башҡорт кавалерия полкы, Башҡорт айырым артиллерия дивизионы (3 батарея), запастағы батальон һ.б. була. Бригаданың дөйөм иҫәбе 15 373 хәрби хеҙмәткәр тәшкил итә.
Сентябрь айында бригада Петроград гарнизоны составына, ә октябрҙә — Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә инә.
1919 йылдың октябренән башлап Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы составында 1-се, 2-се һәм 3-се башҡорт уҡсылар полктары, 3-се башҡорт кавалерия полкы, Башҡорт айырым артиллерия дивизионы һ.б. була.
1920 йылдың башында бригада 7-се армия составына, ә 1920 йылдың май айынан — Петроград хәрби округы составына инә.
Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы частары Петроградты обороналауҙа һәм генерал Н. Н. Юденич командалығындағы Төньяҡ-Көнбайыш армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.
1919 йылдың декабрендә Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы Финляндия, ә 1920 йылдың май айынан — Латвия менән дәүләт сиктәрен һаҡлау өсөн күсерелә[2].
1921 йылдың яҙында Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы тарҡатыла.
Командующийҙары
• Хәсән Әхмәров (1919 йылдың авгусынан);
• Хәлил Әлишев (1920 йыл башынан);
• Әхмәтйән Тереғолов (1920 йылдың сентябренән — 1921 йылдың февраленә тиклем).
Айырма билдәләре
Башҡорт төркөмө ғәсҡәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе — еңгә беркетелә торған билдә була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт. Уның ситтәре алтын төҫөндәге бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын төҫтәге еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.
Наградалары
1920 йылдың 27 майында Фронттарҙа һуғышҡан башҡорт частарының вәкилдәренең революцион хәрби советы рәйесе Фәтхей Әхмәҙуллин Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты исеменән өс башҡорт полкына байраҡтар тапшыра. Хәҙерге көндә был байраҡтарҙың икеһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.
Әҙәбиәт
• Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
• Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
• Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
• Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомы. Ватандаш. 2007, № 1. C. 47—72. Архивная копия от 31 октябрь 2013 на Wayback Machine
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2025)
- ↑ Штаб бригады располагался в г.Остров
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2025)
• Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
• Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.