Александров Геннадий Петрович
Александров Геннадий Петрович | |
---|---|
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1922 |
Тыуған урыны | Мәскәү |
Вафат булған көнө | 25 ғинуар 1945 (22 йәш) |
Вафат булған урыны | Катовице ҡалаһы биҫтәһе, Генерал-губернаторлыҡ (Өсөнсө рейх)[1] |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Ғәскәр төрө | Хәрби-һауа көстәре |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1940—1945 |
Хәрби звание | өлкән лейтенант |
Командир | эскадрилья менән |
Хәрби алыш/һуғыштар | Бөйөк Ватан һуғышы |
Награда һәм премиялар |
Алекса́ндров Генна́дий Петро́вич (22 ноябрь 1922 йыл — 25 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған осоусы-штурмовик, штурмлаусы авиация дивизияһының эскадрилья командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
22 ноябрь 1922 йыл Мәскәүҙә эшселәр ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. 1943 йылдан ВКП (б) КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта белем алған. Аэроклуб тамамлаған.
Ҡыҙыл Армияла 1940 йылдан. 1941 йыл осоусыларҙың Ворошиловград хәрби авияция мәктәбен тамамлай.
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың сентябренә Александар 88 хәрби осош яһаған, дошмандарҙың тере көсөн һәм техникаһын юҡ иткән (һуғыш барышы буйына 100-ҙән артыҡ хәрби осош яһай).
«Советтар Союзы Геройы» исеме СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 4 февраль 1944 йыл бирелә.[2]
25 ғинуар 1945 йыл хәҙерге Польша биләмәһендәге Катовица ҡалаһы эргәһендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ченстохов ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Польша.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому составу военно-воздушных сил Красной Армии» от 4 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 17 февраля (№ 10 (270)). — С. 1
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
- Авиационная энциклопедия «Уголок неба». Геннадий Петрович Александров . Дата обращения: 2010-4-22. Архивировано 23 апрель 2012 года.
- 22 ноябрҙә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 25 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Польшала вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар