Александров Геннадий Петрович

Алекса́ндров Генна́дий Петро́вич (22 ноябрь 1922 йыл — 25 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған осоусы-штурмовик, штурмлаусы авиация дивизияһының эскадрилья командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

22 ноябрь 1922 йыл Мәскәүҙә эшселәр ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. 1943 йылдан ВКП (б) КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта белем алған. Аэроклуб тамамлаған.

Ҡыҙыл Армияла 1940 йылдан. 1941 йыл осоусыларҙың Ворошиловград хәрби авияция мәктәбен тамамлай.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың сентябренә Александар 88 хәрби осош яһаған, дошмандарҙың тере көсөн һәм техникаһын юҡ иткән (һуғыш барышы буйына 100-ҙән артыҡ хәрби осош яһай).

«Советтар Союзы Геройы» исеме СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 4 февраль 1944 йыл бирелә.[2]

25 ғинуар 1945 йыл хәҙерге Польша биләмәһендәге Катовица ҡалаһы эргәһендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ченстохов ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Польша.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому составу военно-воздушных сил Красной Армии» от 4 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 17 февраля (№ 10 (270)). — С. 1

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә