Биксурин Алик Сәлих улы
Алик Сәлих улы Биксурин (рус. Алик Салихович Бикчурин; 1937 йылдың 21 сентябре, Үрге Ҡыйғы ауылы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2021 йылдың 20 октябре, Санкт-Петербург) — совет балет артисы, театр һәм мәғариф эшмәкәре. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988—1990 йылдарҙа театрҙың директоры, 1985—2008 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһына нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры[1][2]. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1969)[1].
Биографияһы
1937 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған[1][2].
1956 йылда — А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын (педагогы — А. Л. Кумысников)[1][2], 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай[1].
1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй. 1976—1985 йылдарҙа Башҡортостан профсоюзы өлкә комитетында бүлек мөдире була[1]. 1985—2008 йылдарҙа үҙе нигеҙ һалған Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы директоры булып эшләй[2][3]. Алик Биксурин Башҡортостан балетының һөнәри мәктәбен булдыра. Уның етәкселегендә училищеның сығарылыш уҡыусылары донъяның төрлө илдәрендә сығыш яһай. Ул шулай уҡ Башҡорт хореография училищеһына Рудольф Нуриев исемен бирҙереүгә өлгәшә[2][4]. Атаҡлы балерина Элеонора Ҡыуатова үҙенең «Культура» гәзитенә биргән интервьюһында былай тип хәтерләй: «80‑се йылдар уртаһында уҡ Биксурин Өфөлә хореография училищеһы асыу хыялы менән йәшәй башлай. Шул ваҡытта уҡ ул мәктәбе булмай тороп театрҙың (Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының — иҫк.) юҡҡа сығасағын аңлай. Ысынлап та, 90‑сы йылдарҙа артистар сит илдәргә китә башланы, бейер кеше лә ҡалманы тиерлек. Биксурин юллап ныҡышмал йөрөнө, төҙөнө. Һәм ниәтенә иреште»[3].
1988—1990 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры[2][4].
2021 йылдың 20 октябрендә Санкт‑Петербург ҡалаһында 84‑се йәшендә вафат була[2][1].
Ижады
Классик бейеүсе булараҡ, Алик Биксурин башҡорт бейеүенә тәбиғи рәүештә ирекле пластика, эксцентриада индерә. Артист сәнғәтендә романтик патетика, мелодрама элементтары сағыла[1].
Төп партиялары
- Колен — «Файҙаһыҙ һаҡлыҡ», П. Гертель (дебют, 1957);
- Альберт — «Жизель», А. Адан;
- Ромео — «Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев;
- Конрад — «Корсар», Л. Ф. Минкус;
- Закир — «Ҡара йөҙҙәр», Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Чугаев[1][2].
Концерт репертуарында К. Глюк, Х. Ш. Заимов, Ф. Шопен, Ф. Лист музыкаһына хореографик миниатюралар була.
1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша[1].
Маҡтаулы исемдәре
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1969)[1].
Китабы
- А. С. Бикчурин. «Мой путь, моя судьба…». — Санкт-Петербург: «ЛИК»,, 2020.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Биксурин Алик Сәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Ушел из жизни основатель Башкирского хореографического училища Алик Бикчурин. Башинформ (21 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ 1 2 Башҡорт хореография училищеһына нигеҙ һалыусы Алик Биксурин вафат булған. Культурный мир Башкортостана (21 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ 1 2 Скончался основатель и первый директор Башкирского хореографического колледжа имени Рудольфа Нуреева – Алик Салихович Бикчурин. Башкирский хореографический колледж им. Р. Нуреева (21 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ Наедине со своей памятью. vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2026.
- ↑ Биксурин Алик Сәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Биксурин Алик Сәлих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Елена Федоренко. Леонора Куватова: «Своих первоклашек я различала по ногам, а не по лицам…» -Газета «Культура» № 23 (7783) 7 — 13 июля, 2011 г.