Шакиров Алик Фәйез улы

Алик Фәйез улы Шакиров; Алик Фәйезов, Әлим Фәйезов; (рус. Алик Фаизович Шакиров ; 1953 йылдың 30 ноябре, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы) — журналист. 2019 йылдың 29 ноябренән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2025), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1989). Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре (2012) һәм Башҡортостан викимедиасылары төркөмөнөң (2015) матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса кәңәшсеһе.

Биографияһы

1953 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Абзан районы Һаҡмар совхозының Үҙәк усадьба ҡасабаһында уҡытыусылар Фәйез Зариф улы һәм Нәилә Яҡуп ҡыҙы ғәиләһендә алтынсы бала булып тыуған. Әлеге ваҡытта был ҡасаба Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районына ҡараған Арсен ауылы тип атала. Ҡужанаҡ ауылы мәктәбендә урта белем ала. Бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1977 йылда тамамлай.

2019 йылдың 29 ноябрендә Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә[2].

2025 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[3]. Был турала танытма һәм күкрәк билдәһен 2025 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы[4][5].

Ғәиләһе һәм туғандары

  • Атаһы — Фәйез Зариф улы Шакиров
  • Әсәһе — Нәилә Яҡуп ҡыҙы Шакирова (Искәндәрова)
  • Ағалары — Роберт, Радик (1938), Роберт (1947), Илдар/Эдик (1951)
  • Апаһы — Светлана (1940)
  • Ҡустыһы — Рафаэль (1959)
  • Ҡатыны — Рәлиҙә Муса ҡыҙы (1957), юғары класлы врач-педиатр, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары (2008)
  • Улы — Искәндәр, ғалим, философия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре

Китаптары

  • Новости — наша профессия. — Уфа: 2018 —[6]
  • Мой Кужанак. — Уфа: Инфореклама, 2012 — 92 с. ISBN 978-5904555-38-2

Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2025);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008);
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1989).

Рәсемдәр

Иҫкәрмәләр

  1. (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы)
  2. Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2019)
  3. Роман Якимчук. Президент присвоил почетное звание литературному редактору «Башинформа». ИА «Башинформ» (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
  4. Азат Гиззатуллин. Накануне Дня Республики Радий Хабиров вручил госнаграды России и Башкирии. ИА «Башинформ» (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025. (рус.)
  5. Азат Гиззатуллин. Литредактор «Башинформа» удостоен звания «Заслуженный журналист РФ». ИА «Башинформ» (10 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2025.
  6. В Уфе известный журналист Алик Шакиров написал первую книгу об агентстве «Башинформ». ИА Башинформ, 2018, 12 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2018)

Һылтанмалар