Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 23 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (101 йәш)
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Заты ир-ат
Тыуған урыны
Ерләнгән урыны

Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы (23 февраль 1924 йыл — ???) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, [[Ватан һуғышы ордены|I дәрәжә Ватан һуғышы ордены]] кавалеры[1][2].

Мортаза Ғәлләм улы Аллабирҙин 1924 йылда Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.

1942 йылдың июнендә фронтҡа саҡырыла һәм 1943 йылдың декабрендә Чкалов өлкәһенең Тутский станцияһында хәрби әҙерлек үтә. 1943 йылда Төньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. Был фронттың 237-се уҡыу уҡсылар полкы 22 дивизионының 36 махсус батальоны сафында һуғыша.

1944 йылдың мартында атыш ваҡытында граната ярсығынан күҙе яралана һәм Ярославль госпиталенә эләгә, һөҙөмтәлә һул күҙен юғалта. Алты ай үткәс, ул йәнә һуғышҡа инә. 140-сы полк составында Польша һәм Германияға тиклем барып етә. Берлинды алыуҙа ҡатнаша, ләкин Еңеүҙе уға Польшала Освенцим ҡалаһында ҡаршы алырға тура килә. 1945 йылдың октябренә тиклем Эрфурт ҡалаһында хәрби келәтте һаҡлай.

1945 йылда демобилизациялана[3].

Тимер ауылы зыяратында ерләнгән[4].

Аманат журналы. октябрь 2010 йыл. 17-се бит[5]

Аллабердин Муртаза Галлямович