Амантаева Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы
Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы Амантаева (рус. Амантаева, Фания Галимьяновна; 1961 йылдың 26 ғинуары, Ҡабаҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989)[2] .
Биографияһы
Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы Амантаева 1961 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында тыуа.
1980 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы Хореография студияһын тамамлай.
1981—2003 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.
1990—1991 йылдарҙа — «Восток» концерны концерт коллективының балет артисы.
1991—1992 йылдарҙа «Мунсаҡ» концерт коллективының балет артисы була.
1992 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы.
Силәбе дәүләт педагогия университетының халыҡ ижады факультетын тамамлағандан һуң, 2005—2006 йылдарҙа Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамблендә хореограф булып эшләй. Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт йорто, Өфө балалар филармонияһының «Иҙел» халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле хореографы була[3].
Репертуары
«Гөлнәзирә», «Кейәү», «Зарифа», «Яҙғы ташҡын», «Шаян ҡыҙҙар», «Ҡороҡсолар» бейеүҙәрендә солистка була. Бигерәк тә уның башҡарыуында талапсан, әммә шаян еңгә («Еңгә») тамашасылар хәтеренә ныҡыл уйылып ҡала.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль составында илдең Мәскәү, Ленинград, Ҡазан ҡалаларында, Франция, Испания, Италия һәм башҡа сит ил сәхнәләрендә сығыш яһай.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Амантаева Фания Галимьяновна // https://www.biografija.ru/biography/amantaeva-faniya-galimyanovna.htm
- ↑ БЭ Амантаева Фания Галимьяновна 2020 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Жизнь в танце
- ↑ О присвоении почетного звания «Народный артист Республики Башкортостан» Амантаевой Ф. Г.
Һылтанмалар
- Ансамбль Ф.Гаскарова 2020 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
- Ансамбль Ф.Гаскарова 2020 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
- Танец «Ҡороҡсолар»
- Танец «Проказницы»