Артамонов Игорь Георгиевич
Игорь Георгиевич Артамонов (рус. Артамонов Игорь Георгиевич; 1967 йылдың 14 марты, Будённовск, Ставрополь крайы) — — Рәсәй дәүләт һәм иҡтисад эшмәкәре. 2019 йылдың 13 сентябренән Липецк өлкәһе губернаторы (2018 йылдың 2 октябренән 2019 йылдың 13 сентябренә тиклем вазифаһын башҡара)[1].
Биографияһы
1967 йылдың 14 мартында Ставрополь крайының Буденновск ҡалаһында тыуған. Бәләкәй ғаиләлә үҫкән. Игорь бала сағында атаһы вафат була. Уны әсәһе һәм өлкән апаһы тәрбиәләп үҫтергән, уларҙың береһе лә хәҙер тере түгел. Һәр ваҡыт яҡшы уҡый, мәктәптә математиканы һәм шахмат уйынын ярата, шахмат ярыштарында ҡатнаша. Спорт менән мауыға, футбол һәм волейбол менән шөғөлләнә[2].
Финляндия сигендә Ҡыҙыл Байраҡлы Төньяҡ-Көнбайыш сик буйы округы Реболь сик буйы отрядының «Вента» заставаһында хеҙмәт итә. 1987 йылда сержант булып ялға сыға[3].
1990 йылда Г. В. Плеханов исемндәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтын тамамлай[2].
«МВА-Финанс» программаһы буйынса «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетында идара итеү кадрҙары резервын үҫтереү программаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында уҡый[2][4]. .
1992 йылдан — Рәсәй Һаҡлыҡ банкы Буденновск бүлексәһенең кредитлау һәм иҡтисади эш бүлеге мөдире, 1994 йылдан — бүлексә идарасыһы урынбаҫары[4].
1996 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкы 1812-се Будённовск бүлексәһе идарасыһы итеп тәғәйенләнә[4].
2000 йылдан алып — Рәсәйҙең Сбербанк Ставрополь банкының<[2], артабан Төньяҡ-Кавказ һаҡлыҡ банкының клиенттар менән эште ойоштороу идараһы директоры. Банк Идараһы составына инә<[4].
2001 йылда Рәсәй Сбербанкы Төньяҡ-Кавказ банкының кредитлау бүлеген етәкләй[2], 2004 йылда идара рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[4].
2003—2004 йылдарҙа Рәсәй Сбербанкының Алыҫ Көнсығыш банкы менән идара итеү буйынса ваҡытлы хәкимиәтендә эшләй.
2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Сбербанкы Көнбайыш Себер банкын етәкләй[2][4].
2011 йылдың июненән Рәсәй Сбербанкы Идараһы Рәйесе урынбаҫары вазифаһында эшләй<[2].
2013 йылдың 7 июнендә Рәсәй Сбербанкы Вице-президенты — Урта Рәсәй банкы Рәйесе итеп тәғәйенләнә[2][4]. Был вазифаларҙа йыл ярым эшләү дәүерендә Урта Рәсәй банкы Сбербанк системаһының территориаль бүлексәләре рейтингының һуңғы позицияларынан беренсе баҫҡысҡа күтәрелә[5].
2018 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында кадрҙар резервын үҫтереү программаһы буйынса уҡый[6].
2018 йылдың 2 октябрендә Липецк өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[2]. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында» указға ҡул ҡуя. Липецк өлкәһе хакимиәте башлығын һайланғанға тиклем Игорь Артамоновты Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй[7].
Берҙәм тауыш биреү көнөндә, 2019 йылдың 8 сентябрендә, Липецк өлкәһе хакимиәте башлығын һайлауҙың беренсе турында ул 67,29 % һөҙөмтәһе менән еңеп сыға. Уның вәкәләтлек мөҙҙәте 2024 йылда тамамланасаҡ[8]. Вазифаға инеү13 сентябргә тәғәйенләнә[9].
2024 йылдың майында Президент Владимир Путин губернатор Артамоновтың докладын ҡабул итә, уның Липецк өлкәһен социаль-иҡтисади үҫтереүҙең эшен маҡтай, унда йәшәүселәр менән туранан-тура эшләү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм уның икенсе губернаторлыҡ срогына кандидатураһын хуплай[10].
2024 йылдың 8 сентябрендә, бер тауыш биреүҙең көнөндә, Липецк өлкәһенең ғәмәлдәге губернаторы Игорь Артамонов 80,86% тауыш йыйып, төбәк губернаторҙары һайлауында еңеп сыға[1].
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы[2][14].
- 2018 йылда Рәсәй Федерацияһының Почет ордены менән бүләкләнә[6].
Милке һәм килеме
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Артамонов лидирует на выборах губернатора Липецкой области. 10 сентябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Мурадьян, Лия. Игорь Артамонов играет на саксофоне, любит шахматы, спорт и математику : Каким знают нынешнего врио губернатора Липецкой области школьные друзья и бывшие коллеги [фото, видео] / Лия Мурадьян, Юлия Клюева // Комсомольская правда Липецк : газ. — 2018. — 9 октября.
- ↑ Дембельский альбом Игоря Артамонова. LipetskMedia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019. Архивировано из оригинала 5 июль 2019 года. 2019 йылдың 5 июль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Биография — Игорь Артамонов. Finparty. 2018 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Спикер Игорь Артамонов. Сбербанк России. Вице-президент и председатель Среднерусского банка. Ведомости Конференции. АО Бизнес Ньюс Медиа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2019.
- ↑ 1 2 Органы власти. Администрация Липецкой области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2018. 2018 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Игорь Артамонов назначен врио главы администрации Липецкой области. Владимир Путин подписал Указ «О досрочном прекращении полномочий главы администрации Липецкой области». Президент России (2 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2019.
- ↑ Артамонов победил на выборах губернатора Липецкой области с 67,29% голосов. www.kommersant.ru (9 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2019.
- ↑ Инаугурацию главы Липецкой области планируют провести в пятницу. РИА Новости (9 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2019.
- ↑ Коммерсантъ, 23 мая 2024. Путин поддержал переизбрание Артамонова на пост губернатора Липецкой области
- ↑ ТАСС-ДОСЬЕ, 2 октября 2018
- ↑ 1 2 Сизов, 2019
- ↑ 1 2 «Дочь Игоря Артамонова жива и здорова». 2019 йылдың 23 июль көнөндә архивланған.
- ↑ РИА Новости, 2018
- ↑ Сведения о доходах временно исполняющего обязанности главы администрации Липецкой области, его супруги и несовершеннолетних детей за период с 1 января 2017 года по 31 декабря 2017 года, а также об имуществе и обязательствах имущественного характера по состоянию на 2 октября 2018 года : [арх. 28 июнь 2017] : электр. док. — Администрация Липецкой области. — С. 1. — 1 с.
- ↑ Сведения о доходах, расходах, об имуществе и обязательствах имущественного характера лиц, замещающих государственные должности в администрации Липецкой области, а также их супруг (супругов) и несовершеннолетних детей за период с 1 января 2018 года по 31 декабря 2018 года : [арх. 24 июль 2019] : электр. док. — Администрация Липецкой области. — С. 1. — 4 с.
Әҙәбиәт
- Сизов, Игорь. Игорь Артамонов: «Я хочу гордиться результатами своей работы» // Липецкая газета: итоги недели : журн. — 2019. — 21 января. — С. —.
- Биография врио губернатора Липецкой области Игоря Артамонова. Артамонов был назначен на эту должность 2 октября 2018 года. ТАСС (2 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2019.
- Глава администрации Липецкой области. Игорь Артамонов вступил в должность главы администрации Липецкой области. Официальный портал. Администрация Липецкой области (13 сентябрь 2019). 2014 йылдың 18 ноябрь көнөндә архивланған.
- Биография Игоря Артамонова : [арх. 25 апрель 2019] // РИА Новости : электр. изд.. — 2018. — 2 октября.
Һылтанмалар
- Портал «Развиваем Липецкую область вместе!» 2022 йылдың 25 февраль көнөндә архивланған.