Арыҫланов Айнур Нурғәле улы

Айнур Нурғәле улы Арыҫланов (рус. Арсланов Айнур Нургалиевич; 1985 йылдың 18 майы, Ишмөхәмәт, Башҡорт АССР-ы) -Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары.

Биографияһы

Айнур Нурғәле улы Арыҫланов 1985 йылда Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылында тыуған. 2002 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлай. Артабан, Ҡаҙандағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 2006 йылда Египеттың Ҡаһир ҡалаһындағы ғәрәп телен өйрәнеүсе «Фаджр» үҙәгендә белем ала. Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетында ситтән тороп уҡый.

1999 йылдан 2002 йылға тиклем Сибай ҡалаһының Йәмиғ мәсетендә имам-мөхтәсибтең йәштәр мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы булып эшләй.

2002 йылда Сибай гимназия-интернатын тамамлай һәм Ҡазандың «Мөхәммәҙиә »мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

2004 йылда Өфөләге Рәсәй Ислам университетының (Өфө) «Теология» факультетына 3-сө курсҡа ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы бүлегендә белем ала.

2010-2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһының мәғлүмәт сәйәсәте Һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү Буйынса Комиссия рәйесе урынбаҫары.

2013 йылда Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһына һайлана.

2015 йылдан-Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының дини ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү буйынса комиссияһы рәйесе. Бер нисә фәнни хеҙмәт авторы[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрелеге

  • 3-сө курста уҡығанда факультетта студенттар советын
  • 2005 йылдан «Наркотиктарһыҙ ҡала» тигән ирекмәндәр ойошмаһын етәкләй[1].

Наградалары

Башҡортостан республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Буйынса Советтың, йәштәр сәйәсәте Һәм спорт Министрлығының, БР Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың, Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Арсланов Айнур Нургалиевич (Заместитель муфтия) – биография, личная жизнь, карьера. HalalUmmah. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
  2. Молодёжный межконфессиональный форум пройдет в Уфе. Совет муфтиев ДУМ России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.