Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы
Һаҙый Мөхәмәҙи улы Арыҫланов (рус. Арсланов Гадий Мухамадиевич; 1925 йылдың 29 марты, Үрге Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы — 1998 йылдың 21 авгусы, Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы) — СССР һәм Рәсәй журналисы, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире (1966—1990). Экология мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр авторы.
СССР Журналистар союзы ағзаһы (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). РСФСР-ҙың (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
Биографияһы
Һаҙый Мөхәмәҙи улы (Ғәди Мөхәмәт улы) Арыҫланов Стәрлетамаҡ медучилищеһын тамамлай[1]
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985). Фронт тураһында иҫтәлектәр баҫтыра, улар хаҡында яҙыусы Виктор Астафьев хатлашҡан саҡта былай ти: «Күңелдәргә үтеп инерлек, дөрөҫ, ялтырауыҡһыҙ әҫәрҙәрегеҙ талантығыҙҙан ғына түгел, ә һыҙландырып, һуғыш тураһында бөтәһен дә әйтеү теләген ҡуҙғытып, Һеҙгә ҡаҙалып торған шул шырауҙан да ул…Һеҙ — халыҡтың выжданы, ә ул бик тә кәрәк, айырыуса хәҙер».
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Этҡол ауылы (хәҙер Ишембай районы) участка дауаханаһының етәксеһе була, ауырыуҙарға медицина хеҙмәте күрһәтеүгә, туҡландырыуға һәм уларҙың хәл-торошона бик иғтибарлы була[1].
1951 йылдан КПСС ағзаһы[2]. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлай (Мәскәү, 1966).
1955—1966 йылдарҙа — «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, 1966—1990 йй. — был гәзиттең баш мөхәррире.
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Культурно-историческое наследие села 2015 йылдың 19 май көнөндә архивланған.
- ↑ Распоряжение Совета Министров Башкирской АССР от 25.01.1989 N 68р <Об установлении персональных пенсий>
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ В Башкирии наградят победителей журналистского конкурса имени Арсланова. ИА «Башинформ», 10 июня 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2025)
- ↑ О наименовании новых улиц города
Һылтанмалар
- Арыҫланов Ғәди Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Журналисты республики помнят Гадия Арсланова
- Мавлида ЯКУПОВА — Имя, которое всегда с нами 2015 йылдың 16 июнь көнөндә архивланған., Газета «Республика Башкортостан» № 58 от 30 марта 2005 г.