Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 10 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған урыны
SEO_index noindex
Вафат булған көнө 2 декабрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (81 йәш)
Һөнәр төрө профсоюз эшмәкәре
Тыуған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы (10 август 1938 йыл — 2 декабрь 2019 йыл) — инженер-нефтсе, профсоюз органдары эшмәкәре. 19771990 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәп йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтхелбаян Ғаян улы Ахунов 1938 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылында тыуа. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек уның да бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.

1945 йылдың көҙөндә Ҡарткиҫәк башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. 1957 йылда ете класс тамамлай.

19521955 йылдарҙа уҡыуын Урмияҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә дауам итә.

Хеҙмәт юлының башы. Белем үрҙәрен яулау.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта мәктәпте тамамлау менән, райондың социаль тәьминәт бүлегенә өлкән иҫәпсе итеп эшкә саҡыралар. Был вазифала 19551956 йылдарҙа эшләй.

1956 йылда Свердловск ҡалаһына барып, 1-се техник училищеһына уҡырға инә. Училищены тамамлап, ҡулына диплом алғандан һуң,

19561957 йылдарҙа Свердловск өлкәһендәге Түбән-Туринск гидроэлектростанцияһында слесарь-техник булып эшләй.

19571960 Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

19601965 йылдарҙа Свердловск тау институтында уҡый.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19651969 йылдарҙа — нефть сығарыу мастеры, «Ишембайнефть» НГДУ-һының нефть һәм газ сығарыу участкаһында етәксе булып эшләй.

19691977 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

19771990 йылдарҙа Нефть һәм газ сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе.

19781990 йылдарҙа Пленум ағзаһы, нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк Комитетының Президиум ағзаһы.

19901994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар Федерацияһы Советы рәйесе урынбаҫары.

1994 — 1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Социаль страховкалау фонды рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй, республиканың санаторий һәм ял йорттары менән етәкселек итә.

20022003 йылдарҙа эксперименталь-механик заводы директоры.

2004 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы транспорт энергоресурстары проблемалары институтында төп эксперт. Ошо осорҙа ул нефть промыслалары социаль объекттарын төҙөкләндереүҙә, үҫтереүҙә һәм уларҙың экологик һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә актив ҡатнаша. Нефтселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса ла бик күп эштәр башҡара. Фәтхелбаян Ахунов әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөгөлләнергә лә ваҡыт таба. Ул бик күп йылдар Ишембай ҡала Советына депутат булып һәм тағы ла СССР-ҙың XVI һәм XVII профсоюздар съездына делегат булып һайлана. Ә ғүмеренең һуңғы йылдарында «Башнефть» берекмәһенең ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡара.

Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы 2019 йылдың 2 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы Ахунов Ғаян Ахун улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда вазифалы эштәрҙә эшләй: уҡытыусы, хиҫапсы, агроном, ауыл Советы рәйесе, ферма мөдире, һатыусы, почтальон; ауыл Советы депутаты булып та һайлана. Әсәһе Зәйтүнә Әбрар ҡыҙы. Ғаиләлә 7 бала үҫәләр. Хеҙмәтендә абруй ҡаҙанған ир азаматы — өйҙә өлгөлө ғаилә башлығы. Улар тормош иптәше Дания Йәрхәм ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарған. Ейәндәре Данис, Арыҫлан, Әмир, ейәнсәрҙәре Вероника, Далия, бүләсәрҙәре Данияр үҫеп килә. Фәтхелбаян Ғаян улының балалары ла уның юлынан киткән: оло ҡыҙы Алисия Социаль страховкалау фондында баш белгес, икенсе ҡыҙы Дилара һәм улы Азамат «Башнефть» берекмәһендә инженер булып эшләй.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәтхелбаян Ахунов ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла эшен еренә еткереп, намыҫ менән атҡара торған кеше. Тырыш, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ул «СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы»(1988), «Халыҡты социаль яҡлау буйынса Башҡортостан Республиҡаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1998) исемдәренә лайыҡ була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сыртланов А. Ш., Сафонов Е. Н., Галлямов М. Н., Ризванов Н. М., Баймухаметов К. С., Насибуллина Л. У. Башкирских нефтяников славные имена.. — УФА: РИЦ АНК “Башнефть”, 1997. — 59-60 с.
  • Кочергин Н. Ваш собеседник. — УФА, 1991. — 2-11 с.
  • Татьяна Круглова. Мы привыкли слышать "да". — Республика Башкортостан: Республиканская общественно-политическая газета, 2016.
  • Островский В. Школа ишимбайского промысла.. — Восход: Ишимбайская общественно-политическая газета, 2008.