Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы

Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы (рус. Азнабаев Хайбулла Кудратович; 19031944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се кавалерия полкының 1-се эскадроны ездовойы.[1], 1944 йылда 1-се гвардия кавдивизияһы штабында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[2].

Биографияһы

Хәйбулла Ҡөҙрәт улы Аҙнабаев 1903 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Муйнаҡ ауыл Советы) Мәжит ауылында тыуған.

1941 йылдың декабрендә Ейәнсура районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ездовойы була.

« Иптәш Аҙнабаев, 1943 йылдың 23 октябренән 24 октябренә ҡаршы төндә, көслө миномёт-пулемёт уты аҫтында алғы һыҙыҡҡа боеприпастар ташыны. 24 октябрҙә, иптәш Аҙнабаев, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өҫтөнә йөкмәп пулемёт уты аҫтында 500 метр араны 8 тапҡыр үтеп, алғы һыҙыҡҡа эҫе ашамлыҡ ташыны[3]. »

1944 йылда 1-се гвардия кавалерия дивизияһы штабында хеҙмәт итә.

1944 йылдың 18 авгусында һәләк була. Польшала Подкарпатское воеводствоһының Кросно ҡалаһы янында, Корчина ҡасабаһының төньяҡ-көнбайыш ситендә ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ейәнсура районы Мәжит ауылдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 951.