Аҙналы (исем)
Викидата элементы юҡ |
Аҙналы — боронғо башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
Аҙналы исеме фарсы-башҡорт сығышлы: аҙна һүҙенә лы ялғауы ҡушылып яһалған исем. Борон әсә аҙна буйы балаға ауырығанда Аҙналы тип исем ҡушыу йолаһы булған.[1]
Фамилия
Юлай Аҙналин (1722 йыл — 1797-1800 йылдар араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы.
Ауылдар
Аҙналы (Салауат районы) (рус. Азналино, Азналихово, Адналы, Шайтан-аул) — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Әлкә ауыл советына ҡараған, яндырылған ауыл. Шайтан-көҙәйҙәрҙең төп ауылы булған, элегерәк Шайтан тип аталған.
Аҙналы (Башҡортостан) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
Аҙналы (Ҡурған өлкәһе) — Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Аҙналы (тау) — Башҡортостандағы тау.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
![]() |
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: |
![]() |
Аҙаш исемдәр исемлеге. |
![]() |
Башҡа мәғәнәләр. |
![]() |
Шулай уҡ: «Аҙналы» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |