Аҡанаев Вәғиз Хәлил улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

РУВИКИ:Айырым мәҡәләләр/етем0

Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Рядовой и Ҡыҙылармеец[d]
Ғәскәр төрө кавалерия
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
Һуғыш/алыш
Һөнәр төрө санитар
Тыуған урыны
Тыуған көнө 1917

Аҡанаев Вәғиз Хәлил улы (рус. Аканаев Вагиз Халилович; 1917-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының медпункты санитары. Гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Вәғиз Хәлил улы Аҡанаев (башҡа мәғлүмәт буйынса исеме — Вәғәз, атаһының исеме Халилович, Хамидуллович, фамилияһының рус варианты Аканоев тип алынған) 1917 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡарағош улусы[2] (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы) Һарайҫа ауылында тыуған.

1942 йылдың 1 мартында Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

7-се гвардия корпусы составындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының медпунктында санитар булып хеҙмәт итә[3].

Вәғиз Хәлил улының ҡаһарманлығы тураһында:

« 1945 йылдың 18 ғиуарында Томашув ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғыш осоронда, 7 ҡаты яралы ҡыҙылармеецты дошмандың көслө уты аҫтында иңенә күтәреп алып сыҡты һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтте.

Висла йылғаһы буйында барған оборона алыштарында яралы разведчиктарға ышаныслы тәүге ярҙам күрһәтте. Иптәш Аҡанаев эшен үҙ бурысын намыҫлы үтәй, яралы һалдаттарға һәм офицерҙарға хәстәрлекле. 1917 йылғы, башҡорт, партияһыҙ, Ҡыҙыл Армия сафына Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡыртылған.[3]

»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡанаев Вәғиз Хәлил улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.