Аҡбирҙин Әхмәт Хажи улы

Аҡбирҙин Әхмәт Хажи улы (рус. Акбердин Ахмет Хазиевич; 1913 — 15 апрель 1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы

Әхмәт Хажи улы Аҡбирҙин 1913 йылда хәҙерге Шишмә районында тыуа[1][2].

Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы (Раевка) хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Ҡыҙылармеец Аҡбирҙин Әхмәт Хажи улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә.

1944 йылдың 15 апрелендә һәләк була. Украина ССР-ы Волынь өлкәһе Загадка ауылында ерләнә[1][2].

Хәтер

Аҡбирҙин Әхмәт Хажи улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Әлшәй районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.