Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Сержант
Ғәскәр төрө кавалерия
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Һуғыш/алыш
Һөнәр төрө яугир
Тыуған урыны
Тыуған көнө 1910

Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы (рус. Акубаков Ганафий Закирович; 1910-?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант. 1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[1].

Ғәнәфи Закир улы Аҡкөбәков 1910 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡауарҙы ауыл Советы) Һабай ауылында тыуған.

1941 йылда Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Сержант Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры була.

1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[2].

1942 йылда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн:

« 2-се эскадрондың отделение командиры сержант Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы отделениеһы яуҙа дошмандың 30 һалдатын, ә командир үҙе - өс дошманды юҡ итте. Шуның менән үҙенең оҫта һәм ҡыйыу командир икәнен күрһәтте[2]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[2]

Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.