Аҡөбәков Мәһәҙей Аллағол улы
Аҡөбәков Мәһәҙей Аллағол улы (рус. Акубаков Магадий Аллагулович; 1913 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры. Сержант[1].
Биографияһы
Мәһәҙей Аллағол улы Аҡубаев 1913 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы) Йәлембәт ауылында тыуған.
Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Сержант Аҡубаев Мәһәҙей Аллағол улы Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалелерия полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ расчёты командиры булып хеҙмәт итә[1].
| 1942 йылдың 21 ноябрендә барған алыштарҙа, үҙенең ПТР-ынан ут асып, дошмандың станковый пулемётын ҡырҙы, ә 23 ноябрҙә ҡылыссылар менән һөжүм иткәндә, өс немецты винтовканан атып үлтерҙе.
1942 йылдың 6 декабрендә оборонала дошмандың тағы ике һалдатын юҡ итте[2]. |
Хәтер
Аҡубаев Мәһәҙей Аллағол улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән
Сығанаҡтар
- ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. Акубаков Магадий Аллагулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акубаков Магадий Аллагулович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Акубаков Магадий 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Стерлибашевский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Шаймуратовцы. Акубаков Магадий Аллагулович
- ↑ Память народа. Акубаков Магадий Аллагулович
- ↑ Дорога памяти. Акубаев Магадий 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Стерлибашевский район, т. 10, 2004 ISBN 5-295-03459-3