Аҫылғужа (исем)
Викидата элементы юҡ |
Аҫылғужа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҫылғужа исеме ғәрәп, фарсы телдәренән үҙләштереләгән — аҫыл + ғужа; ҡәҙерле кеше тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы (20 октябрь 1945 йыл — 25 февраль 2005 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. 1968 йылдан КПСС, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Аҫылғужа Бакиров (Аҫылғужа Әбүбәкиров; 1785—1848) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында 4-се Башҡорт атлы полкының полк командиры поход старшинаһы, подпоручик (1813).
Фамилияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы (1 ғинуар 1944 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры: 1‑се (1986), 2‑се (1981), 3‑сө (1975) дәрәжәле ордендар менән бүләкләнгән.
Аҫылғужина Розалия — йырсы.
Аҫылғужина Әнисә — уҡытыусы, шағирә, прозаик.
Ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аҫылғужа (рус. Асылгужино) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: | |
Аҙаш исемдәр исемлеге. | |
Башҡа мәғәнәләр. | |
Шулай уҡ: «Аҫылғужа» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |