Аҫылғужин Ғәзинур Рамаҙан улы

Аҫылғужин Ғәзинур Рамаҙан улы (рус. Асылгужин Газинур Рамазанович, 4 декабрь 1988 йыл, Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[1], «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы хеҙмәткәре.

Биографияһы

Ғәзинур Рамаҙан улы Аҫылғужин 1988 йылдың 4 декабрендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр урта мәктәбендә, Республика иҡтисад лицей-интернатында уҡый. 2011 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, армия сафында хеҙмәт итә.

2013 йылдан Шүлгәнташ ҡурсаулығында эшләй. 2024 йылдың 26 апрелендә «Башҡорт Уралы» биосфера резерватында ҡара европа ҡортоноң (Apis mellifera mellifera L.) урындағы популяцияһын һаҡлау буйынса биотехник сараларҙы фәнни нигеҙләү һәм интенсивлаштырыу" (рус. Научное обоснование и интенсификация биотехнических мероприятий по сохранности локальной популяции темной европейской пчелы (Apis mellifera mellifera L.) в биосферном резервате «Башкирский Урал»[2]) темаһына диссертация яҡлай[3][4]. Ғилми етәксеһе: Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы.

Иҫкәрмәләр

  1. [https://www.bsau.ru/upload/iblock/7dd/Заключение%20Диссовета_%20с%20подписью.pdf ЗАКЛЮЧЕНИЕ ДИССЕРТАЦИОННОГО СОВЕТА 35.2.004.01, СОЗДАННОГО НА БАЗЕ ФЕДЕРАЛЬНОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО БЮДЖЕТНОГО ОБРАЗОВАТЕЛЬНОГО УЧРЕЖДЕНИЯ ВЫСШЕГО ОБРАЗОВАНИЯ «БАШКИРСКИЙ ГОСУДАРСТВЕННЫЙ АГРАРНЫЙ УНИВЕРСИТЕТ» МИНИСТЕРСТВА СЕЛЬСКОГО ХОЗЯЙСТВА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ ПО ДИССЕРТАЦИИ НА СОИСКАНИЕ УЧЕНОЙ СТЕПЕНИ КАНДИДАТА НАУК]
  2. Научное обоснование и интенсификация биотехнических мероприятий по сохранности локальной популяции темной европейской пчелы (Apis mellifera mellifera L.) в биосферном резервате «Башкирский Урал»
  3. Асылгужин Газинур Рамазанович
  4. Солоҡсолар династияһы вәкиле — фән кандидаты!