Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы

Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы (22 ғинуар 1927 йыл — 23 ғинуар 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. ӀӀ дәрәжә Дан ордены[1] кавалеры.

Биографияһы

Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы Аҫылғужин 1927 йылдың 22 ғинуарында БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Үрге Нөгөш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы) тыуған.

Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы Бөрйән РВК-һы тарафынан 1944 йылдың 18 ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында Алыҫ Көнсығышта сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1951 йылдың 29 ноябрендә демобилизациялана[2].

Хеҙмәт юлы

1941—1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә эшләй, 1981—1984 йылдарҙа Шүлгәнташ ҡурсаулығының Нөгөш лесничествоһы хеҙмәткәре була.

Улы — Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы
Ейәне — Аҫылғужин Ғәзинур Рамаҙан улы

Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы 1987 йылдың 23 ғинуарында вафат була һәм Ғәлиәкбәр ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ӀӀ дәрәжә Дан ордены (1985

Сығанаҡтар

Асылгужин Кунакбай Губайтович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 69. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр