Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы

Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин (рус. Юмагужин, Фитрат Гильмитдинович1963 йылдың 14 июне, Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй биолог-ғалимы. 2005—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2013 йылдан филиал директоры; 2016 йылдан Шүлгәнташ дәүләт ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2014), профессор (2015).

Биографияһы

Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин 1963 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан Иҫке Собханғол урта мәктәбен 1980 йылда тамамлай. Мәктәп йылдарында саңғыла йүгереү буйынса район чемпионы була.

1980 йылда хеҙмәт юлын «Бөрйән» совхозында эшсе булып башлай. 1980—1981 йылдарҙа СПТУ № 22-лә уҡый, һуңынан шул уҡ совхозда тракторсы-машинист булып эшләй. 1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Хеҙмәттән һуң, 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек бүлегендә уҡый, шул уҡ йылда биология факультетына уҡырға инә. 1984—1989 йылдарҙа университетта белем ала һәм «биолог, биология һәм химия уҡытыусыһы» квалификацияһы менән тамамлай. Студент йылдарында спорт менән әүҙем шөғөлләнә, саңғы спорты буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй. Төҙөлөш отрядтары составында эшләй, «Дуҫлыҡ» һәм «Башҡортостан» интернациональ отрядтары ағзаһы була.

1989 йылда «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында хеҙмәт юлын башлай: кесе ғилми хеҙмәткәр, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр (1993—1997), 1997—2005 йылдарҙа директорҙың дөйөм мәсьәләләр һәм умартасылыҡ буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара.

2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалына эшкә күсә. Бында доцент (2005—2007), кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы (2007—2008), 2008—2013 йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2013—2015 йылдарҙа филиал директоры булып эшләй[1].

2016 йылдан «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында баш ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләй.

Фәнни эшмәкәрлеге менән бер рәттән, ул Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлау, солоҡсолоҡ традицияларын тергеҙеү, Бөрйән балы брендын үҫтереү буйынса ҙур эш алып бара. Уның етәкселегендә солоҡ фонды иҫәпкә алына, солоҡсолоҡ буйынса конкурстар ойошторола. Ул шулай уҡ «Алтын Солоҡ» энтомологик заказнигын ойоштороусыларҙың береһе булып тора, Бөрйән районында ырыу тамғаларын йыйыу һәм системалаштырыу менән шөғөлләнә.

2000 йылда кандидатлыҡ, 2014 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 2015 йылда профессор исеме бирелә[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

Фитрат Йомағужиндың 168 баҫмаһы бар, шуларҙың 129-ы — фәнни һәм 39-ы — уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 3 уҡыу әсбабы һәм 6 монография. Рәсәй Ауыл хужалығы академияһы, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының аграр белем биреү һәм ауыл хужалығын консультациялау бүлеге тарафынан хупланған 3 тәҡдим сығара. РФ Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы биргән 3 патент ала.

Халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк ғилми һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның ғилми етәкселегендә 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, өс дәғүәсе кандидатлыҡ диссертациялары әҙерләй.

Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин — Германия Федератив Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһында ауыл хужалығын тикшереү өлкәһендә дәүләт-ара хеҙмәттәшлек программаларының «Биологик төрлөлөккә һәм мониторинг мәсьәләләренә ҡарата экологик һәм генетик тикшеренеүҙәр» темаһы буйынса бүлек етәксеһе. Ул «Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү» һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм «Башҡортостан Республикаһының тау-урман зонаһы экосистемаларына интродукциялау өсөн „Башҡортостан Уралы“ биосфера резерватында селекция материалын репродукциялау технологияһын фәнни оҙатыу һәм ғәмәлдә ҡулланыу» темаларына ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Бөрйән район советына 2 тапҡыр депутат итеп һайлана. Үҙе уҡыған мәктәп менән бәйләнештә тора[3]. Ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса үткәрелгән район һәм республика кәңшмәләрендә ҡатнаша.

Рәсәй Экологик партияһы Йәшелдәр Сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Советы ағзаһы.

РЭП «Зелёные» — Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Көнсығыш урындағы бүлексәһе Советы рәйесе[4].

Фәнни хеҙмәттәре

  • «Биоморфологическая и популяционная адаптация Бурзянской бортевой пчелы»;
  • Популяционная морфология Бурзянской бортевой пчелы;
  • Асимметрия экстерьера пчел;
  • Морфологическая характеристика восковой железы у пчел в онтогенезе.
  • Свойства бортевого меда

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • III дәрәжә диплом һәм бронза миҙал. (Умартасылыҡ продукттарын эшкәртеүҙең инновацион технологияларын эшләү өсөн)[5];
  • Рәсәй Федерацияһы биология фәндәре докторы;
  • Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының «Тәбиғәт эшендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2020 йыл);
  • Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығының Почёт дипломы;
  • Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты;
  • Икенсе дәрәжә «Урман рыцары» дипломы һәм билдәһе[6].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2020)

Иҫкәрмәләр

  1. Кафедра физиологии, биохимии и кормления животных. Башкирский государственный аграрный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
  2. Популяционная морфология бурзянской бортьевой пчелы APIS MELLIFERA MELLIFERA L. Научная электронная библиотека диссертаций и авторефератов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
  3. https://vk.com/wall-64417743_344232
  4. Лидеры — Российская экологическая партия «Зелёные». Российская экологическая партия «Зелёные». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026.
  5. Оценили по заслугам!
  6. Протокол «Рыцарь леса-2020»

Сығанаҡтар