Бабошкина Вера Иудовна
Вафат булған урыны | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 20 август 1911 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 15 февраль 1961 (49 йәш) |
SEO_index | noindex |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Тыуған урыны |
Вера Иудовна Бабошкина (1911—1961) — һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вера Иудовна Бабошкина 1911 йылдың 20 авгусында Устье ауылында (хәҙер — Смоленск өлкәһенең Сычёвский районы) тыуған. Иртә йәштән батрак булып эшләй башлай, аҙаҡ ата-әсәһе хужалығында эшләй. Мәктәптең ике класын тамамлай. 1930 йылда колхозға эшкә инә. Күпмелер ваҡыт Ленинградта йәшәй, унда төҙөлөштә эшләй; 1935 йылда тыуған ауылына ҡайта. Колхоздың һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оккупацияла була, аза ителгәндән һуң ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша[1].
«Сычевка» совхозында һауынсы булып эшләп, Бабошкина рекордлы һөт һауып алыуға өлгәшә — йыл һайын үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 5-6 мең килограмм һөт һауып ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 10 мартындағы Указы менән «Малсылыҡты үҫтереүҙә, һөт етештереүҙә һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн» Бабошкина Вера Иудовнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың ВДНХ күргәҙмәләрендә ҡатнаша, алты миҙал менән бүләкләнә. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, халыҡ депутаттарының район совтеы депутаты булып һайлана. 1961 йылдың 15 февралендә вафат була, Сычёвкала ерләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Беляев И. Н. Честь и слава — по труду: Биобиблиогр. справочник о смолянах — Героях Социалистического Труда, полных кавалерах ордена Трудовой Славы. — Смоленск, 1991. — 336 с.
- Живёт в веках твой подвиг благородный: Героические страницы истории Смоленского края. — М.: Моск. рабочий, 1967. — С. 311.
- Очерки истории Смоленской организации КПСС. — М.: Моск. рабочий, 1970. — С. 441.
- Беляев И. Н. Смоляне — Герои Социалистического Труда // Полит. информация. — 1973. — № 23—24. — С. 27.
- Клименко И. Е. На земле смоленской: Продовольственная программа: опыт, проблемы, взгляд в будущее. — М.: Политиздат, 1985. — С. 84.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вера Иудовна Бабошкина . «Герои страны» сайты.