Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Тыуған урыны
Ғәскәр төрө ОГПУ[d]
Тыуған көнө 1894
Вафат булған көнө 1965
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Георгий миҙалы
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Һуғыш/алыш

Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы (1894—1965) — совет дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары (1930 йылдың 15 сентябре — 1930 йылдың 28 декабре).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы 1894 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән улусы (хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы) 1-се Этҡол ауылында тыуған[1]. 1-се Этҡол урыҫ-башҡорт мәктәбен тамамлай.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1915 йылдың 18 авгусында 3-сө Кавказ уҡсылар полкы рядовойы яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн 4-се дәрәжә Георгий миҙалы менән бүләкләнә[2].

Уралда граждандар һуғышында ҡатнаша.

1919 йылдан эшсе-крәҫтиән милицияһында хеҙмәт итә. 1923—1929 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы башҡарма комитеты, Йылайыр кантоны башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

1930 йылдың 15 сентябренән 28 декабренә тиклем Башҡорт АССР-ы Эске эштәр буйынса халыҡ комиссары вазифаһын биләй.

1931—1932 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән милицияһының Үҙәк юғары мәктәбендә белем ала. 1931—1938 йыдарҙа — Эске эштәр халыҡ комиссариаты идаралығы начальнигының урынбаҫары.

1944—1953 йылдарҙа Әбйәлил районында етәксе вазифаларында: урман идаралығы, урман хужалығы директоры, әҙерләүҙәр министрлығы вәкиле, 1954—1959 йылдарҙа 1-се Этҡол ауыл Советы рәйесе булып эшләй[3].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1932 йылда СССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы Берләштерелгән дәүләт сәйәси идаралығының коллегияһы тарафынан Почет грамотаһы һәм Коровин системаһы пистолеты менән бүләкләнә[1][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Народные комиссары и министры внутренних дел Башкортостана 2021 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған. //Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации.
  2. Байрамгулов Набиулла. Георгиевская медаль IV-й степени (За храбрость) //Портал «Памяти героев Великой войны 1914—1918 годов»
  3. Известные люди Баймакского района 2022 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
  4. В. Выгодский. Чёрный список борцов за светлое будущее

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]