Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрҙары исемлеге

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрҙары исемлеге — Башҡортостанда эске эштәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға яуаплы булған башҡарма власть органдары атамаларын, ошо власть органдарын етәкләгән шәхестәрҙең исемдәрен һәм вазифа биләү даталарын үҙ эсенә алған исемлек.

Башҡортостан автономияһының ирекле отрядтар бүлеге начальнигы

1917 йылдың 17 декабрендә 3-сө Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Милиция тураһында һәм милиция идаралығы тураһында положение» ҡабул итә, уға ярашлы милиция идаралығы ике өлөшкә бүленергә тейеш була — ҡала милицияһы һәм кантон башҡармаһы ҡарамағындағы милиция. Граждандар һуғышы барышында, 1918 йылдың июлендә Башҡортостан автономияһының кантондарында тәртип тотоу маҡсатында ирекле отрядтар ойошторола Башҡорт хәрби шураһы эргәһендә ирекле отрядтарҙың айырым бүлегенә буйһонған. Хәрби хәрәкәттәре тамамланыу менән отрядтарҙы кантон милиция органдарына үҙгәртеү һәм уларҙы Башҡорт Хөкүмәтенең эске эштәр бүлеге ҡарамағына тапшырыу күҙ уңында тотолған.

Исеме
Вәкәләткә инеү датаһы
Вәкәләттән сығыу датаһы
Бейешев Әхмәт (Әхмәҙулла) Әлмөхәмәт улы
август 1918
октябрь 1918

Башҡортостан АССР-ының эске эштәр һәм милләттәр халыҡ комиссары

1919 йылдың февралендә Башҡортостан Ваҡытлы революцион комитеты (1919 йылдың мартынан — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты) ҡарамағында эске эштәр бүлеге ойошторола.

Исеме
Вәкәләткә инеү датаһы
Вәкәләттән сығыу датаһы
Төхвәтуллин Фәтих Насир улы
19 февраль 1919
12 июнь 1920

Башҡортостан АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары

1920 йылдың майында «Автономиялы Совет Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр халыҡ комиссариаты тураһында положение» ҡабул ителә, уға ярашлы республика комиссариаты РСФСР эске эштәр халыҡ комиссариатына буйһонған.

Исеме
Вәкәләткә инеү датаһы
Вәкәләттән сығыу датаһы
Лобов Семён Семёнович
26 июнь 1920
8 сентябрь 1920
Каширин Иван Дмитриевич
19 ноябрь 1920
февраль 1921
Пирожников Алексей Виккулович
февраль 1921
15 апрель 1921
Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы
15 апрель 1921
21 июнь 1921
Ғүмәров Әхмәт-Ясауи Әҙеһәм улы
ноябрь 1921
июль 1922
Соколов Николай Владимирович
25 июль 1922
август 1923
Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы
август 1923
21 декабрь 1924
Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы
апрель 1925
31 май 1927
Абдулов Шакир Ғәфиәт улы
23 июль 1927
1 апрель 1929
Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы
1 апрель 1929
14 август 1930
Байрамғолов Нәбиулла Ғәбделмәнән улы
15 сентябрь 1930
28 декабрь 1930
Погребинский Матвей Самойлович
февраль 1930
июль 1933

Башҡортостан АССР-ы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы

1934 йылда комиссариат Башҡортостан АССР-ы буйынса эске эштәр идаралығы итеп үҙгәртелә.

Исеме
Вәкәләткә инеү датаһы
Вәкәләттән сығыу датаһы
Зеликман Наум Петрович
15 июль 1934
23 ғинуар 1937
Лупекин (Новиков) Герман Антонович
23 ғинуар 1937
1 апрель 1937

Башҡортостан АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары

1937 йылдың 16 февралендә Башҡортостан АССР-ы буйынса эске эштәр идаралығы Башҡортостан АССР-ының эске эштәр комиссариаты итеп үҙгәртелә.

Исеме
Вәкәләткә инеү датаһы
Вәкәләттән сығыу датаһы
Бак Соломон Аркадьевич
1 апрель 1937
1 октябрь 1937
Медведев Александр Александрович
1 октябрь 1937
17 ғинуар 1939
Соколов Алексей Григорьевич
17 ғинуар 1939
26 февраль 1941
Кудряков Иван Никитович
26 февраль 1941
31 июль 1941
Соколов Алексей Григорьевич
31 июль 1941
7 май 1943
Бабенко Дмитрий Иванович
7 май 1943
26 март 1946

Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры

Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры

Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры

Исеме
Вәкәләткә инеү датаһы
Вәкәләттән сығыу датаһы
Закомалдин Михаил Иванович
26 июль 2011
31 октябрь 2016
Михайлов Виктор Николаевич
(ваҡытлыса вазифа башҡарыусы)
ноябрь 2016
апрель 2017
Деев Роман Викторович
1 май 2017
8 декабрь 2022
Сәйфуллин Артур Фәрит улы
(ваҡытлыса вазифа башҡарыусы)
8 декабрь 2022
х. в.

Әҙәбиәт

  • Кадоркина В. В. Наркомы и министры внутренних дел Башкирии // Карасик А. А. Очерки о генералах МВД Республики Башкортостан. — Уфа, 1996.

Һылтанмалар