Закомалдин Михаил Иванович

Закомалдин Михаил Иванович (1965 йылдың 5 сентябре, Норильное[d], Ҡурған өлкәһе) — совет һәм Рәсәй эске эштәр органдары эшмәкәре, Рәсәй дәүләт эшмәкәре. 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил. 2016—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор.

2009 йылдың 12 майынан 2011 йылдың 26 июленә тиклем Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министры. 2011 йылдың 26 июленән 2016 йылдың 31 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры. Полиция генерал-лейтенанты (2014). Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2017).

Биографияһы

1965 йылдың 5 сентябрендә Ҡурған өлкәһендәге Ҡуртамыш районының Норилинск ауыл биләмәһенең Норильное ауылында (хәҙерге Юрғамыш районының Гагарьевск ауыл биләмәһе) тыуа. Эске эштәр органдарында хеҙмәтен 1982 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Омск юғары милиция мәктәбе тыңлаусыһы булып башлай. 1986 йылдың сентябрендә Ҡурған ҡалаһының Совет районы Эске эштәр бүлегенең енәйәт тикшереү оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. Артабанғы карьераһы Ҡурған өлкәһенең криминаль милицияһы, һуңынан Карелия һәм Башҡортостан Эске эштәр министрлыҡтарында етәксе вазифалар менән бәйле.

Карелия Республикаһы Эске эштәр министрлығы

  • 2007 йылдың апрель — майы — Карелия Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының криминаль милиция начальнигы урынбаҫары;
  • 2007 йылдың майы — 30 авгусы — эске эштәр министрының — криминаль милиция начальнигының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы;
  • 2007 йылдың 30 авгусы — 2009 йылдың 12 майы — эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары — криминаль милиция начальнигы;
  • 2009 йылдың 12 майы — 2011 йылдың 26 июле — Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министры[1][2][3].

2011 йылдың 6 майында полиция генерал-майоры дәрәжәһе бирелә[2].

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы

2011 йылдың 26 июленән 2016 йылдың 31 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры булып эшләй[3][4].

2014 йылдың 11 июнендә полиция генерал-лейтенанты дәрәжәһе бирелә[5].

Артабанғы карьераһы

  • 2016 йылдың 11 ноябре — 2025 йылдың сентябре — РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы[6];
  • 2021 йылдың июненән — Башҡортостан Республикаһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил[7].

Наградалары

Ғаиләһе

Өйләнгән, ҡатыны — Светлана Славовна (1968 йылдың 29 сентябрендә тыуған). Өс балалары бар:

Иҫкәрмәләр

  1. Указ Президента Российской Федерации от 12.05.2009 г. № 535 «О назначении на должность и освобождении от должности сотрудников органов внутренних дел Российской Федерации». kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026.
  2. 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 06.05.2011 г. № 601 «О присвоении специальных званий высшего начальствующего состава сотрудникам органов внутренних дел Российской Федерации и назначении на должность сотрудников органов внутренних дел Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. Архивировано 15 апрель 2018 года.
  3. 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 26.07.2011 г. № 992 «О присвоении специального звания высшего начальствующего состава сотрудникам органов внутренних дел Российской Федерации и назначении на должность сотрудников органов внутренних дел Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. Архивировано 16 февраль 2020 года.
  4. Указ Президента Российской Федерации от 31.10.2016 г. № 578 «Об освобождении от должности и назначении на должность в некоторых федеральных государственных органах». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. Архивировано 28 июль 2020 года.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 11.06.2014 г. № 414 «О присвоении воинских званий высших офицеров, специальных званий высшего начальствующего состава, высших специальных званий и классных чинов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. Архивировано 23 октябрь 2020 года.
  6. Экс-министр внутренних дел по РБ Михаил Закомалдин назначен главным федеральным инспектором по РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. Архивировано 17 февраль 2017 года.
  7. Азат Гиззатуллин. Новым уполномоченным по правам человека в Башкирии стал Михаил Закомалдин. bashinform.ru (23 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026.
  8. Главным федеральным инспектором по Республике Башкортостан назначен Михаил Закомалдин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. Архивировано 17 февраль 2017 года.

Категориялар