«Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы — 1958 йылдың 25 ғинуарында булдырылған ведомство миҙалы. Совет армияһы, СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флотының төрлдө структураларында, Эске эштәр министрлығы һәм Именлек хеҙмәте органдарында 10 йылдан ашыу шелтәһеҙ эшләгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә, офицерҙарға һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә бирелә.
Миҙал өс баҫҡыслы награданан тора, һәр баҫҡыс хеҙмәт оҙайлығы менән билдәләнә: 10, 15 һәм 20 йыл.
Диаметры 32 миллиметр булған түңәрәк формаһында эшләнә. Уң (аверс) яғында лавр веногы менән биҙәлгән биш мөйөшлө йондоҙ тора, уртала ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән. Бындай награда төрҙәренең барыһы өсөн дә, уң яғының аҫҡы өлөшөндә йондоҙҙоң аҫҡы нурҙары араһында I, II һәм III дәрәжә миҙалдар өсөн «XX», «XV» йәки «Х» һандары яҙылған икенсе награданан тыш, бер төрлө һүрәт ҡулланыла[1][2].
Тарихы
1827 йылдың 22 авгусында Николай I «За беспорочную службу» миҙалын булдыра. Ул хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм граждан хеҙмәтендәге чиновниктарға бирелә. Артабан совет бүләкләү системаһы оҙайлы хеҙмәт һәм хеҙмәт стажы өсөн бүләкләү тәжрибәһен үҙләштерә. 1930 йылдар башында төрлө һөнәр белгестәре хеҙмәт стажы өсөн юғары пенсия тәьминәте хоҡуғына эйә була[2].
Бөйөк Ватан һуғышы (1941-1945) йылдарында дәүләт ордендары һәм миҙалдары совет граждандарына хеҙмәт стажы һәм гамыҫлы хеҙмәт тәртибе өсөн бирелә башлай. 1944 йылдың йәйендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән оҙайлы намыҫлы хеҙмәте өсөн хәрби һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәрен ордендар һәм миҙалдар менән наградлау индерелә[2][3].
Хеҙмәт стажы өсөн СССР-ҙың дәүләт ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләү Ҡыҙыл Армияла 1944 йылдың 4 июненән, Хәрби-Диңгеҙ флотында ошо уҡ йылдың 25 сентябренән, НКВД һәм КГБ органдары хеҙмәттәрендә 2 октябрҙән индерелә[2][4].
СССР Юғары Советы бүләкләүҙәр тәртибен булдыра: «За трудовое отличие» миҙалы 10 йыл хеҙмәт стажы өсөн бирелә, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» — 15 йыл, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 20 йыл өсөн, Ленин ордены — 25 йыл өсөн. Шарттар ауыр булған производстволарҙа бүләкләү өсөн кәрәле эш стажы 5 йылға кәметелә. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт стажы өсөн бүләкләү 1 майҙа һәм 7 ноябрҙә башҡарыла. Бүләкләүҙең был системаһы 1944 йылдың 4 июненән 1957 йылдың 14 сентябренә тиклем дауам итә[2].
Әммә был наградаларҙы күпләп биреү уларҙың символик ҡиммәтен кәметеүгә килтерә. Мәҫәлән, иң дәрәжәле награда булған Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 300 мең тапҡыр тапшырыла. Был 1957 йылдың 14 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының «Совет Армияһы һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты, СССР Эске эштәр министрлығы, СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты органдары һәм ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәткәрҙәрен СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградлау тәртибе тураһында» Указына ярашлы көс структураларында хеҙмәт стажы өсөн ьүләкләүҙе туҡтатыуға килтерә[2][3][4][5].
1950 йылдар һуңында совет хөкүмәте йәмғиәттә дәүләт наградаларының баһаһын күтәрергә һәм уларҙы тапшырыу түәжрибәһен үҙгәртергә тырышып ҡарай. 1958 йылдың 11 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы «СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградлау тәртибе тураһында» Указ ҡабул итә[6]. Был документта Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен һәм СССР-ҙың орден-миҙалдарын хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштәге аныҡ , фән һәм техника өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар, шулай уҡ дәүләттең оборона һәләтен нығытыу, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн генә биреү билдәләнә. Һуңыраҡ хеҙмәт стажы өсөн СССР орден-миҙалдары менән бүләкләү тәжрибәһе бөтөрөлә, ә 1974 йылдың 18 ғинуарын халыҡ хужалығына, фәнни, мәҙәни һәм мәғариф учреждениеларына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларына һиҙелерлек өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр өсөн «Хеҙмәт ветераны» миҙалы булдырыла[2].
1958 йылдың 25 февралендә СССР эске эштәр министры, СССР оборона министры һәм СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесе бойороғо буйынса өс дәрәжәле «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы булдырыла, ул хеҙмәт стажы өсөн бүләкләүҙе күҙаллаған хәрби наградаларҙы алмаштыра[7] һәм ведомство наградаһы статусын ала[1][2][3][8].
«Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы Советтар Союзының СССР Оборона министрлығы, СССР Дәүләт именлеге комитеты, СССР-ың Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығы һәм СССР Эске эштәр министрлығын да индереп, дөйөм союз министрлыҡтары һәм ведомстволарының шулай уҡ ошо ведомстволарҙың, Оборона министрлығынан башҡа, республика бүлексәләре етәкселәре вәкилдәре исеменән тапшырыла. СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, 1976 йылдың 20 майында[9] 25 йылдан ашыу хеҙһмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн «СССР Ҡораллы Көстәре ветераны» миҙалы булдырыла[2].
Хәрби хеҙмәткәрҙәр миҙалға шаяртыу-ирония ҡатыш «ҡомло» тигән исем бирә, сөнки миҙал колодкаһына «ҡом сәғәте» билдәһе ҡуйыла[10][11].
СССР Оборона министрлығының һәм СССР Эске эштәр министрлығының «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалынан тыш, хоҡуҡ органы хеҙмәткәрҙәре башҡа союздаш республикаларҙың шундай уҡ наградаларын ала. I, II һәм III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары күпселек союздаш республикаларҙа булдырыла һәм ваҡытлыса тапшырыла. РСФСР-ҙа, Әрмән, Таджик, Литва, Молдова ССР-ында был наградалар ҙы Эске эштәр министрлыҡтары тапшыра, шуға ла уның реверсындағы яҙыуҙар 25 телдә яҙыла[4].
Миҙал положениеһы
«Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы бер ниндәй дисциплинар шелтәһеҙ 10 йылдан да кәм эшләмәгән СССР-ҙың Совет Армияһы, Хәрби-Диңгеҙ флоты, СССР Эске эштәр министрлығы органдары һәм ғәскәрҙәре, СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ органдары һәм ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәткәрҙәренә бирелә. Миҙалды СССР-ҙың оборона, эске эштәр министрҙары йәки СССР КГБ-һы Рәйесе тапшыра[1][12][13].
«Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалының өс дәрәжәһе бар:
• I дәрәжә (20 йыл фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн);
• II дәрәжә (15 йыл фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн);
• III дәрәжә (10 йыл фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн)[1][14].
Награданың юғары дәрәжәһе булып I дәрәжә тора. Бүләкләү этаплап башҡарыла: тәүҙә — III, һуңынан II һәм I дәрәжә миҙалдар тапшырыла. Әммә, миҙал булдырылғанға тиклем 15 йәки 20 йыл хеҙмәт иткәндәр наградаға тәҡдим ителһә, уларҙы II йәки I дәрәжә миҙал менән бүләкләү мөмкинлеге бирелә[1].
Миҙал күкрәктең һул яғына тағыла. Әгәр СССР-ҙың башҡа миҙалдары һәм ордендары булһа, ул уларҙан һуң тағыла[1].
Тасуирламаһы
«Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы — диаметры 32 миллиметр булған түңәрәк формаһындағы ведомство наградаһы. Уның уң яғында мөйөштәренән нурҙар сығып торған биш мөйөшлө йондоҙ һүрәтләнә. Йондоҙ уртаһында — ураҡ менән сүкеш, ситтәре лавр япраҡтарынан эшләнгән венок менән ҡаймаланған. Миҙалдың уң яғы барлыҡ төрҙәр өсөн бер иш була, бары тик КГБ миҙалдары аверсының аҫҡы өлөшөндә йондоҙ нурҙары араһында награданың дәрәжәһенә бәйле «ХХ», «XV» йәки «Х» рим һандары яҙыла[1].
I дәрәжә миҙалы көмөштән (алдағылары) йәки көмөш ялатылған латундын (һуңыраҡтары) эшләнә. Йондоҙ урталағы ураҡ һәм сүкеште ҡалдырып, ҡыҙыл төҫкә буятыла. II дәрәжә миҙалы латундән эшләнә, йондоҙҙан башҡа ерлеккә көмөш ялатыла. III дәрәжә миҙалы шулай уҡ латундән эшләнә, әммә көмөш ялатылмай[1].
Миҙал күҙәү һәм ҡулса ярҙамында киңлеге 24 миллиметрлыҡ ҡыҙыл муар таҫмаһы менән көпләнгән биш мөйөшлө колодка менән тоташтырыла. Таҫманың ситтәре тар ғына йәшел һыҙат менән ҡаймалана. таҫма уртаһында миҙалдың дәрәжәһенә бәйле алтын-һары төҫтөге һыҙаттар һыҙыла: I дәрәжә өсөн — бер, II дәрәжә — ике, III дәрәжә — өс[1].
Көс ведомстволары (Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы, КГБ) миҙалдарының һәр ҡайһыһының һул яғы башҡаларҙыҡынан айырылып тора[1].
СССР Оборона министрлығы миҙалы
I дәрәжә миҙалдың ике варианты була:
- Награда көмөштән эшләнә һәм 1958—1965 йылдарҙа сығарыла.
- Награда көмөш ялатылған латундын эшләнә һәм 1965 йылдан башлап сығарыла[1].
II һәм III дәрәжә миҙалдарының айырмаһы булмай һәм улар һәр ваҡыт үҙгәрешһеҙ эшләнә[1].
СССР Эске эштәр министрлығы миҙалы
Өс айырыу дәрәжәһенә эйә була: 10, 15 һәм 20 йыл хеҙмәт өсөн[3].
I дәрәжә миҙалдың ике варианты була:
- Награда көмөштән эшләнә һәм 1958—1960 йылдарҙа сығарыла.
- Награда көмөш ялатылған латундән эшләнә һәм 1968—1991 йылдарҙа сығарыла[15].
II дәрәжә миҙалы мельхиорҙан эшләнә, көмөш ерлектәге йондоҙға алтын ялатыла. III дәрәжә имҙалы ла мельхиорҙан, көмөш ерлектәге йондоҙға бронза ялатыла. Миҙалдың һул яғында бәләкәйләтелгән йондоҙ һүрәтләнгән, уның уртаһына өс юлға ҙур хәрефтәр менән: «10 (15 һәм 20) йыл фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» тип яҙылған. Әйләнә буйынса рельефлы нөктәләр менән өҫкө яҡҡа ҙур хәрефтәр менән — «Ҡораллы Көстәр», аҫҡа — «СССР» тип яҙыла[1][3].
Миҙал 1996 йылға тиклем ҡулланылышта була[3].
СССР Дәүләт именлеге комитеты миҙалы
Миҙал башҡа ведомстволар миҙалынан айырыла. Уның уң яғында йондоҙ нурҙары араһында дәрәжәләргә тура килгән «ХХ», «XV» һәм «Х» һандары урынлаша. Реверста уртаға өс юлға ҙур хәрефтән «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» тип яҙыла, аҫҡы яғында бәләкәй генә йондоҙ урынлаша. Реверста миҙал тирәләй ҡабарынҡы тирәс булмай[16].
I дәрәжә миҙалдың ике варианты була варианта:
- Награда көмөштән эшләнә һәм 160—1965 йылдарҙа тапшырыла.
- Награда көмөш менән ялатылған латундән эшләнә һәм 1965 йылдан башлап тапшырыла[16].
II һәм III дәрәжә миҙалдарҙың варианттары булмай һәм улар үҙгәрешһеҙ сығарыла. «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары араһында йондоҙҙоң остары осло һәм йоморолатылған варианттары осрай. Бындай айырмалар награда булдырған барлыҡ өс ведомство штампында ла күҙәтелә[16].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Медаль "За безупречную службу". mondvor.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Гончаров А.И. Награды за выслугу лет в общей структуре наградных систем. Награды России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 История награды: медаль «За безупречную службу». вдпо.рф (18 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 Учреждена медаль «За безупречную службу» в Вооружённых Силах I, II и III степени. 17 ғинуар 2024 тикшерелгән.
- ↑ Президиум Верховного совета СССР. Указ от 14 сентября 1957 года "О порядке награждения орденами и медалями СССР военнослужащих советской армии и военно-морского флота, войск Министерства внутренних дел СССР, войск и органов комитета государственной безопасности при совете министров СССР". libussr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Указ Президиума ВС СССР от 11.02.1958 "О порядке награждения орденами и медалями СССР". Консультант Плюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Наградная система Советской Армии. Военное обозрение (17 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Приказ Министра обороны СССР от 25.01.1958 N 15 (ред. от 26.10.1962) "Об учреждении медали "За безупречную службу" в Вооруженных Силах СССР и порядке награждения ею военнослужащих Советской Армии и Военно-Морского Флота" (вместе с "Положением о порядке награждения и вручения медали "За безупречную службу" в Вооруженных Силах СССР") (Извлечение). consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Указ Президиума ВС СССР от 20.05.1976 N 4003-IX "Об учреждении медали "Ветеран Вооруженных Сил СССР". Консультант Плюс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Владислав Щербак. Песочные медали. Машины и механизмы (24 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Песочная медаль. Большой словарь русских поговорок. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — 2-е изд, доп. — М.: Воениздат, 1978.
- ↑ Из истории учреждения орденов и медалей СССР. biografia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ Медаль «За безупречную службу 10 лет» 3-й степени. Культурное наследие России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2024.
- ↑ Медаль Министерства внутренних дел. mondvor.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
- ↑ 1 2 3 Медаль Комитета государственной безопасности. mondvor.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2024.
Әҙәбиәт
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 250—257. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Из выступления Г. К. Жукова на пленуме ЦК КПСС. 28 октября 1957 г. // Георгий Жуков. Стенограмма октябрьского (1957 г.) Пленума ЦК КПСС и другие документы. С. 256—260, 376.
- Лозовский Е. В. Награды за службу и выслугу // Вестник Русского Фалеристического Общества. 2001. № 1.