Байтуллин Раил Ғәлимулла улы

Байтуллин Раил Ғәлимулла улы (22 октябрь 1941 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, ауыл хужалығы тармағы етәксеһе, Хамматов исемендәге колхоз рәйесе, Салауат районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[1]

Биографияһы

Раил Ғәлимулла улы Байтуллин 1941 йылдың 22 октябрендә Салауат районы Лаҡлы ауылында тыуған.

Күрше Йыланлы ауылында урта мәктәпте тамамлап, Өфөлә заводта эшләй.

Тыуған ауылында колхозда бер аҙ эшләгәндән һуң, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.

Икенсе курстан Совет Армияһы сафына алынып, унда взвод командиры булып хеҙмәт итә.

Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, институтта уҡыуын дауам итә, агрономия факультетының студенттар профкомы рәйесе була.

Институтты тамамлағас, «Әй» колхозында агроном булып хеҙмәт юлын башлай[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

1970 йыл — Хамматов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана. Был осорҙа бер туған ағаһы Рафит Ғәлимулла улы Салауат исемендәге колхозға етәкселек итә. Раил Ғәлимулла улы етәкләгән ваҡытта колхоз барлыҡ иҡтисади күрһәткестәр буйынса Салауат районының алдынғы хужалығы була. 1976 йылда Хамматов исемендәге колхоз СССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының һәм ВЦСПС-тың Ҡыҙыл Байрағы, шулай уҡ ул ваҡыттағы иң яҡшы еңел автомобиль — «ВАЗ-2106» машинаһы менән бүләкләнә.

Баҫыуҙарҙан уртаса уңыш гектарынан 25 центнерға тиклем күтәрелә. Ә һайлап алынған бойҙай орлоҡтары сәселгән айырым тәжрибә участкалары гектарынан 45 центнер бирә. Колхоздың башҡа тармаҡтары ла үҫешә. Ике ҡошсолоҡ фермаһы, ике һарыҡ фермаһы, сусҡа фермаһы, һауын һыйырҙары һаны 500-гә етә. Ә бер һыйырҙан һауым йылына өс мең литрҙан ашыу тәшкил итә. Дәүләткә 30 мең центнер иген тапшырыла. Ит өсөн дүрт йөҙҙән ашыу эре мөгөҙлө мал һимертелә. Баҫыуҙарҙа 40 трактор, 20-гә яҡын комбайн эшләй. Игенде киптереү һәм һаҡлау өсөн үҙәк ток төҙөлә

19791991 йылдарҙа — район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары — Салауат районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

1991 йылдан Салауат районының Ер комитеты начальнигы. Дөйөм алғанда ер эшенә 40 йыл ғүмерен бағышлай[2].

Батуллин Р. Ғ. — хеҙмәт ветераны.

Ғаиләһе

Студент йылдарында Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетында уҡыған сығышы менән Асҡын районы Гөлзәйдә Малиҡ ҡыҙына (1943-2014) өйләнә. 48 йыл бергә ғүмер итеп, ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.

Балалары Илдар һәм Эльза бөгөн Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында табип булып эшләй.

Биш ейән-ейәнсәре бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре