Байҡы районы
район | |
Байкинский район | |
---|---|
башҡ. Байҡы районы | |
Ил | |
Составында | БАССР |
Составында | 25 ауыл советтарын (1930 йыл) |
Адм. үҙәк | Байҡы |
Тарихы һәм географияһы | |
Ойошторолған | 1930 |
Тарҡатылған | 1932 |
Майҙаны | 3750 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+5:00) |
Иҡтисады | |
Милли составы | урыҫтар, башҡорттар |
Конфессиялар | православие |
Рәсми телдәр | урыҫ теле, башҡорт теле |
Байҡы районы (рус. Байкинский район) — Башҡорт АССР-ының төньяғындағы территориаль-административ берәмек, 1930 йылда төҙөлгән һәм төньяҡтан Асҡын районы менән, көнсығыштан Дыуан районы менән, көньяҡтан Благовещен районы, Иҫке-Кулики, көнбайыштан Мишкә районы, Иҫке-Балтас менән сикләнә.
Тарихы
1930 йылдың 20 авгусында төҙөлгән. Майҙаны — 3750 км². Район үҙәге — Байҡы ауылы, райондың иң боронғо ауылдарының береһе, унда 1741 йылда Пермь өлкәһенең Көңгөр өйәҙенән күсеп килгән казактар нигеҙләнгән[1]. Район составына 25 ауыл советы, 140 торама пункт инә. Халҡы — 43,9 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар. Иҡтисадтың төп йүнәлеше булып ит-һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал, сусҡа үрсетеүҙә, иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүҙә махсуслашҡан ауыл хужалығы тора. Район биләмәһендә ул ваҡытта 39 дөйөм белем биреү мәктәбе, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы була. 1932 йылдың 20 февралендә бөтөрөлә, биләмәһе Ҡариҙел районы составына инә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Из истории села Байки 2017 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
Байҡы районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.