Бал ҡортоноң ауырыуҙары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттарының үҙгәреүе сәбәпле, бал ҡорттарының ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтлеге кәмене. Элегерәк күстәрҙә булып та, үрсей алмаған ауырыуҙар һуңғы йылдарҙа дәррәү үрсей башланы. Беҙҙең умарталыҡтарҙа бал ҡорттарының ундан ашыу ауырыуы осрай. Бал ҡорттары ауырыуҙары йоғошло һәм йоғошһоҙ булыуҙары яғынан икегә бүленә. Йоғошһоҙ ауырыуҙар аҙыҡ етмәгәндә һәм күсте дөрөҫ тәрбиәләмәгәндә айырым ғаиләләрҙә күҙәтелә.

Йоғошһоҙ ауырыуҙан хәлһеҙләнгән күскә йоғошло ауырыуҙың микробтары эләкһә, бал-ҡорттары был ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Ауырыуҙы үҙ ваҡытында белеп, тиҙ генә туҡтатыу саралары күрелмәһә, ул аҡрынлап бөтә умарталыҡҡа тарала һәм күрше умарталыктарға ла күсә. Бал ҡорто ғаиләһен тәрбиәләү ҡағиҙәһе боҙолһа, төрлө етешһеҙлектәр ҙә күҙәтелә. Ояла аҙыҡ етешмәһә, бал ҡорттары асыға һәм улар урлашырға тотона.

Йоғошло ауырыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йоғошһоҙ ауырыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Япраҡ балы менән ағыуланыу — Был ауырыу бал ҡорттары япраҡ балы менән туҡланғанда күҙәтелә.

Япраҡ балы ике төрлө була. Беренсеһен бөжәктәр (үлән бете) бүлә. Бер нисә төр ваҡ ҡына бөжәктәр, имән, тал, йүкә һәм башҡа ағастың япраҡ һутын ашап, ныҡ үрсей. Улар бүлгән тиҙәкте бал ҡорттары йыя һәм бал итеп эшкәртә.

Йыл ҡоро һәм эҫе килгәндә япраҡ балы күп була. Ямғыр яуып, көн бер ни тиклем һыуынһа, япраҡтарҙағы бал йыуыла һәм үлән беттәре лә үрсемәй.

Япраҡ балында бал ҡорто ашҡаҙанының эшмәкәрлеген боҙа торған ағыулы матдә бар. Бынан тыш, япраҡ балына һауалағы ҡайһы бер матдәләр һәм микробтар ултырыу сәбәпле, уның сифаты тағы ла насарая.

Тәүҙә был балды йыйыусы эшсе ҡорттар аҙлап үлә, һуңынан умарталағы оло ҡорттар Һәм ҡарышлауыҡтар зарарлана. Үлгән ҡорттарҙы умарта алдында һәм төбөндә лә осратырға мөмкин. Япраҡ балы ҡышҡы аҙыҡта булғанда бал ҡорто ғаиләләре бик насар ҡышлай, ҡышҡы осорҙа улар күпләп үлә, үлеү бигерәк тә яҙға табан көсәйә. Бал ҡортоноң үлеүе, ғәҙәттә, уларҙың эс китеүенән башлана. Үлгән ҡорттарҙың эсе ҙурая, үлә алмай йөрөнгән ҡорттарҙың урта эсәге һары-һорғолт төҫтә була. Япраҡ балы ла ҡара-һорғолт төҫтә, үҙенә тартып торған еҫе һәм сәскә балы тәме булмай.

Тәжрибәле умартасы умартала япраҡ балы булыуын бик анһат асыҡлай. Тик уны ҡарабойҙай балы менән бутарға ярамай.

Бал ҡорттарының ағыуланыуҙан һаҡлар өсөн, умарталыҡ тирәһендә һәр ваҡыт (июнь - август) бал һуты бүлеүсе үҫемлектәр үҫтерергә кәрәк.

Август айында урман аҡландарында урынлашҡан бал ҡорттарын яланға күсереү файҙалы.

Сәскә һеркәһе менән ағыуланыу — Был йәш эшсе ҡорттарҙың ағыуланыуы. Ул ағыулы үҫемлектәрҙән һеркә йыйып ашаған осраҡта күҙәтелә. Бал ҡорттары һеркәне һанап кителгән ағыулы үҫемлектәрҙән йыя. Эшсе ҡорттар ағыулы үҫемлектәрҙән һеркә йыйғанда үҙҙәре ағыуланмай, сөнки улар һеркәне артҡы аяғының сирағына урынлаштырып килтерә. (Сираҡтың тышҡы яғында урынлашҡан кәрзинкәләге һеркәне урыҫ телендә «обножка», ә Баймаҡ районы умартасылары «йәттә» тиҙәр.)

Был ауырыу умартала оҙаҡ бармай. Шулай ҙа умарта тирәһендә үлгән һәм үлә алмай ятҡан эшсе ҡорттар осрай. Үлә алмай эшсе ҡорттоң урта эсәген алып ҡараһаң, уның ҙурайыуы һәм һары төҫтә булыуы күҙәтелә. Шулай уҡ үлгән ҡорттарҙың да эсе ҙурая.

Бал ҡорто ғаиләләренә бер аҙ шыйыҡ шәкәр шәрбәте биреү был ауырыуға ҡаршы көрәш сараларының береһе булып тора. Был ауырыуға ҡаршы көрәштә күстәргә Һыу биреү ҙә файҙалы.

Тоҙ менән ағыуланыу — Артыҡ тоҙ ашауҙан эшсе ҡорттарҙың үлеүе күҙәтелә. Бал ҡорттарына тоҙ шәкәр шәрбәте аша, яланда һәм келәттә һаҡланған ашламалар аша ла эләгеүе ихтимал. Ҡайһы бер умартасылар бал ҡортоноң эскән һыуына тоҙ һала.

Тоҙло һыуҙы ҡорттар яратып эсә һәм ояға алып ҡайта. Йыш ҡына тоҙҙоң киҫәктәре иреп, уның һыуҙағы күләме артып киткән осраҡта бал ҡорттарының ағыуланыуы мөмкин. Бал ҡорттарының эскән һыуына аш тоҙон 0,01 процент иҫәбенән өҫтәргә кәрәк.

Шуны иҫтә тотоу мөһим: әгәр һыуҙа һәм шәкәр шәрбәтендә аш тоҙо 0,05 процентҡа етһә, эшсе ҡорттарҙың ағыуланыуы башлана

Бал һуты менән ағыуланыу — Был ауырыу менән күберәк бал һуты йыйыусы эшсе ҡорттар ағыулана.

Ағыулы һутты ҡайһы бер үҫемлектәр бүлә. Башҡортостанда ағыулы бал һуты бүлеүсе үҫемлектәрҙән аҡһырғаҡ, тәмәке, һаҙанаҡ, һөтлөкәй, бүре еләге һәм башҡалар осрай.

Бындай һутты йыйған эшсе ҡорттарҙың күбеһе, умартаға ҡайтып етмәй, юлда үлеп ҡала. Әгәр үҫемлектәрҙә ағыулы һут аҙ булһа, уны эшсе ҡорттар умартаға килтерәләр, был осраҡта умарталағы эшсе ҡорттар һәм ҡарышлауыҡтар аҡрынлап ағыулана, ауырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Ағыуланып үлгән бал ҡорттарын үрҙә һанап үтелгән үҫемлектәр тирәһендә, умартаның төбөндә күҙәтергә мөмкин. Ауырыған ҡорттар осмай, яҡшылап атлай алмай, һөрөнә һәм бик оҙаҡ үлә алмай йөрөй. Ағыулы бал һуты йыйғас, көндәр һалҡын торған осорҙа улар күпләп үлә.

Әгәр үлә алмай ятҡан ҡорттарҙы йыйып, йылы урынға урынлаштырһаң, улар терелә, һәр умартасы умарталыҡ тирәһендә үҫкән ағыулы һеркә һәм һут бүлеүсе үҫемлектәрҙең ҡасан сәскә атыуын йыл һайын күҙәтеп, яҙып барырға бурыслы.

Был үҫемлектәр сәскә атҡан осорҙа бал ҡорто ғаиләләренә шәкәр шәрбәте бирһәң, йәки таҙа һут бүлеүсе үҫемлектәр сәскә атһа, ҡорттар ағыуланмай. Ғөмүмән, ауырыуҙын төрлөсә үтеүе ихтимал. Ҡайһы саҡта айырым ҡорттарҙың үлеүен күрәһең. Ә ҡайһы саҡта ағыуланғандан һуң айырым көслө ғаиләләрҙең умарталары бушап ҡалыуын да күҙәтеп була.

Мәҫәлән, тилебәрән үҫемлеге бүлгән һутты йыйып ашаған бал ҡорттары ныҡ туҙына, асыулана һәм тирә-яҡтағы ҡош-ҡортто, кешене саға. Ауырыу 20 көнгә һуҙыла һәм эшсе ҡорттар күпләп үлә.

Умарталыҡ тирәһендәге аҡландарға бал һуты бүлеүсе төрлө үҫемлектәр сәсеү бал ҡорттарының ағыуланыуына ҡаршы көслө сара булып тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]