Банакова Мария Павловна

Банакова Мария Павловна (бүләкләү мәлендә — Кочнева; 3 март 1926 йыл — 5 октябрь 2008 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Кострома өлкәһе Кострома районының «Пятилетка» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).

Биографияһы

Мария Павловна Банакова 1926 йылдың 3 мартында Кострома өлкәһе Кострома районының Шемәкино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә барлығы өс класс тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Кострома өлкәһе Сухоноговский ауыл Советындағы «Пятилетка» колхозының фермаһына эшкә килә.

1945 йылда уға йәш тана һыйырҙар төркөмөн ышанып тапшыралар. Уларҙы өйрәтеп алып, һәр һыйырҙан күпләп һөт алыуға ирешә. Был йәш һыйырҙар менән эш һөҙөмтәләре буйынса Мария Павловна Банакованы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим итәләр.

Был төркөмдәге һыйырҙарҙың һауымы артҡандан-арта бара. 1949 йылда һигеҙ һыйырҙың һәр береһенән йылына уртаса 5583 килограмм һөт һауып ала, шул 5583 килограмм һөт майының миҡдары уртаса 217 килограмм тәшкил итә.

1950 йылдың 16 августындағы СССР Юғары Советы Президиумының Указына менән юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Кочнева Мария Павловнаға (Банаковаға) «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Хеҙмәт алдынғыһы ауыл хужалығында эшләүен артабан да дауам итә.

2008 йылдың 5 октябрендә М. П. Банакова вафат була. Кострома өлкәһенең Кострома районы Петрилово ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (16.08.1950)
  • ике Ленин ордены (04.07.1949, 16.08.1950)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (23.07.1948)
  • башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кострома өлкәһенең Социалистик Хеҙмәт Геройҙары: 1948—1974 йылдар — Кострома, 2014.

Һылтанмалар