Кәлимуллин Барый Ғибәт улы

Барый Ғибәт улы Кәлимуллинг (рус. Калимуллин Барый Гибатович1907 йылдың 10 апреле, Дыуан-Мәсетле, Өфө губернаһы1989 йылдың 21 июле, Өфө) — совет архитекторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР Төҙөлөш һәм архитектура академияһының мөхбир-ағзаһы (1957), сәнғәт белеме докторы (1976), профессор (1976). РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947). СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы 1935 йылдан[1].

Биографияһы

1907 йылдың 10 апрелендә Өфө губернаһының Ырымбур өйәҙе Дуан-Мәсетле ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы)[1][2].

1935 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Новосибирск инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. 1935–1951 йылдарҙа «Башпроект» трестында ҡалалар планлаштырыу бүлеге мөдире булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Башпроект» тресты идараһы башлығы булған[1].

1936–1937 һәм 1944–1965 йылдарҙа — БАССР Архитекторҙар союзы идаралығы рәйесе[2].

1951–1963 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1963–1966 йылдарҙа — Өфө авиация институты архитектура кафедраһы мөдире. 1966 йылдан — Ҡаҙан инженер-төҙөлөш институты архитектура кафедраһы мөдире, 1971–1987 йылдарҙа — Өфө нефть институтында, уның башланғысы буйынса инженер-төҙөлөш факультетында 1977 йылда «Архитектура» һөнәре асылған[2][1].

Ижады

Республикала градостроительство өлкәһендә, башҡорт халыҡ архитектураһын, ауылдар планлаштырыуҙы өйрәнеүҙә фәнни тикшеренеүҙәргә нигеҙ һалыусы. БАССР Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның беренсе рәйесе, 30 йылдан ашыу етәкселек иткән.

undefined

Өфөлә йәмәғәт биналары проекттары авторы (авторҙар составында): Халыҡ еңел сәнәғәт комиссариаты (1937, хәҙер БДПИ-ның 3-сө корпусы), Дәүләт Советтары йорто (1951, хәҙер ӨДАТУ-ның баш корпусы), К. А. Тимирязев исемендәге Педагогия институтының баш корпусы (1957, хәҙер БДУ-ның баш корпусы). Ишембай (1939), Баймаҡ (1940), Стәрлетамак (1942–1946) һәм Белорецк (1939) ҡалаларының генераль планлаpын эшләүҙә ҡатнашҡан. Калимуллин йәшәгән йортҡа мемориаль тактаташ ҡуйылған[2][3]. На доме, где жил Калимуллин, установлена мемориальная доска[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1949) [2];
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976)[2].

Хеҙмәттәре

  • Планировка и застройка башкирских деревень. — Өфө, 1959.
  • Башкирское народное зодчество. — Өфө, 1978.
  • Деревянная резьба в народной архитектуре Башкирии. — Өфө, 1984.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Калимуллин Барый Гибатович. Музей истории КГАСУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 Калимуллин Барый Гибатович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  3. Он был основателем архитектурного сообщества Башкортостана. К 105-летию со дня рождения архитектора Барыя Калимуллина. ИА Башинформ (10 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Өфө: Мир печати, 2010. — 284 б. — ISBN 978-5-9613-0148-9

Һылтанмалар