Башкатов Сергей Александрович

Башкатов Сергей Александрович (5 апрель 1961 йыл) — ғалим-биохимик. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011)[1][2].

Биографияһы

Сергей Александрович Башкатов 1961 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын һуң Химия институтында эшләй башлай. 1991—1998 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми тикшеренеү үҙәге директоры, бер үк ваҡытта 1993—1998 йылдарҙа — лаборатория мөдире, 1995 йылдан алып Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1998—2000 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының дөйөм биология, 2000 йылдан алып Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының дөйөм психология кафедраһы мөдире, 2010 йылдан — уҡытыусы[1]. 2013 йылдан — БДУ-ның биология факультеты деканы[3].

С. А. Башкатовтың фәнни эшмәкәрлеге кеше организмы адаптацияһы механизмдарында күҙәнәктәр араһындағы матрикс гетерополисахаридтарының ролен өйрәнеүгә, плацентар гликозаминогликандар нигеҙендә дарыу препараттары уйлап табыуға арналған. 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми хеҙмәте: Гликозаминогликаны в биохимических механизмах адаптации организма к некоторым физиологическим и патологическим состояниям. М., 2004 (авторҙаш)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), 2008 й.
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Башкатов Сергей Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Башкатов Сергей Александрович: преподаватель в УУНиТ. Вузопедия УУНиТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
  3. 1 2 Башкатов Сергей Александрович. Dotcom. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.

Һылтанмалар