Башташ
Башташ — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Урынлашҡан урыны
Башҡортостан Республикаһының Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км (төньяҡ-көнсығыш сите 8 км ашыу, киңлеге яҡынса 8 км — Башҡортостан Республикаһында), абсолют бейеклеге 796 метрға тиң түбәһе — Аҡҡашҡа (Силәбе өлкәһе)[1]. Һырттың төньяҡ өлөшө (Башҡортостан Республикаһы территорияһы) һөҙәк, тәрән булмаған уйһыулыҡтары күп, көнсығыш өлөшөндә бейеклектәре 450—480 м еткән 15 түбәһе бар[2].
Башташ тау һырттарының күберәк өлөшө хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округы территорияһында, ҡаланан төньяҡ-көнсығышҡа 7 километрҙа, Әй менән Йүрүҙән йылғалары араһында, Һилейә һыртынан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Силәбе өлкәһе порталында "оҙонлоғо 20 километрға яҡын, шуның 6 километры төньяҡ-көнсығыш ситендә, Башҡортостан территорияһында" тип яҙылған. Һырт тау (τ) грек хәрефенә оҡшаған, һәм уның тейәккә (перекладина) оҡшаған ере көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлтелгән, ә тейәктең тоташҡан урынында иң юғары нөктәһе (бейеклектәрҙең Балтик системаһы буйынса 796,1 м) — Башташ тауы.
Һырттың 700 метрҙан артыҡ бейеклектәге 7 түбәһе бар (мәҫәлән, көньяғында: Песчаная тауы (Ҡомлотау) — 737,9 м һәм Плитка тауы — 726,3 м), көньяҡ-көнсығыш битләүендә, диңгеҙ кимәленән 520—640 м бейеклектә, .
Күкрәкташ — Башташ һыртының Силәбе өлкәһе Катав-Ивановск районы биләмәһенә ингән айырым бер түбәһе. В. В. Пятковтың Силәбе ҡалаһының «Околица» нәшриәтендә баҫылған «Оронимы Южного Урала» атамалы "хеҙмәте"ндә был һүҙгә аңлатма биреп булмай, тип яҙылған. Шунан был һүҙбәйләнеш урыҫ теленә "Синий Камень" йәки күкташ тип тәржемә ителә тип тамамлап ҡуйылған.
Башташ һыртынан күп һанлы шишмәләр баш ала.
Рельефы
Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Тау һыртының төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәренән үрге ағымында ер аҫты аҡмалары булған Һикеяҙ (ҡушылдыҡтары Сағанйылға, Һабайылға) һәм Лаҡлы (Әй йылғаһы ҡушылдыҡтары), Горбатый ключ, көньяҡтан Минкә (Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары, Матреновский, Мордосский һәм Мягкий инештәре башлана.
Башташ уҫаҡ менән ҡарағай ҡатнашҡан икенсел ҡайын урмандары менән ҡапланған, урмандар ҡырҡыла ла, тергеҙелә лә[2]. Битләүҙәрҙең өҫкө өлөшөндә ҡараһыу һоро урман тупрағында ҡайын һәм ҡарағай урмандары, бай үҫемлектәр (100‑ҙән ашыу төр) япмаһы булған ҡараға оҡшаш тупраҡта тау болондары һәм болон далалары өҫтөнлөк итә. Һөҙәк битләүҙәрҙең аҫҡы өлөшө һөрөлгән, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла[3].
Топонимикаһы
Тау атамаһы «Башы таш» һүҙенән алынған. Тау башында һыйыр, һарыҡ ҙурлығы, унан бәләкәйерәк таштар бик күп; «таш йылғалар» ҙа осрай. Учалы районында йәшәүсе крайҙы өйрәнеүсе Хәҙис Ниғмәтуллин былай тип яҙа: «Башташтауҙың боронғо атамаһы — Тағанай-Тағ-тау, Най-тау башы». Башташ тау итәгендә урынлашҡан Илсекәй ауылының халыҡ араһында таралған атамаһы — Башташ[4].
Аҡҡашҡа — Башташ тауының Башҡорт Илсекәйе, Ҡарағол ауылдары эргәһендәге иң бейек нөктәһе һанала. «Аҡҡашҡа» тигән атама йәй уртаһы еткәнсе тау битләүенең урыны-урыны менән ағарып күренгән һыҙаттары ат маңлайындағы ҡашҡаны хәтерләткән өсөндөр тигән фараз бар.
Хәтер
2023 йылдың 25 майында Башҡорт Илсекәйендә иҫтәлекле сара үтте. Дәһшәтле 1943 йылдың 24 октябрендә Башташ тауында хәрби самолёт шартлай. Ауыл халҡы һәләкәткә тарыған экипаж менән аралаша, уларға ярҙам ҡулын һуҙа. Һәләк булған ҡатын-ҡыҙ лётчикты ерләүҙә ҡатнаша. Әлегә тиклем урындағы халыҡ был ваҡиға тураһында легендаға оҡшаған хикәйәттәр һөйләй. [5]. Һәләк булған икенсе пилот Розанова Ксения Васильевна икәнен крайҙы өйрәнеүсе Дмитрий Хлыбов эҙләп тапты[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Мирхайдаров Р. М. История деревни Урманчино. С. 132-138 — Республиканский форум краеведов и музейных работников, посвящённый 75-летию Победы в Великой Отечественной войне / Сборник статей и материалов 1 декабря 2020 г./ Ред.-сост.: М. М. Зулькарнев (отв. редактор), С. А. Севастьянов, М. В. Гаухмаг, К. А. Мельникова. —. Уфа: Книга-Принт, 2020. — 376 с.: илл. ISBN 978-5-6045370-5-3
Ваҡытлы матбуғатта
- Абдуллина М.Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
- Шәкүр Р. Алты ауыл Түбәләҫ — Башҡортостан, 16 февраль, 2000 йыл
- Абдуллина А.Ф. Түбәләҫ ырыуы, Йүрүҙән, 2000, 68, 69-сы һандар, 19, 23 август
- Шәмсетдинов Я.М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
- Зилә Садиҡова. Осоусы ҡыҙҙың шәхесе билдәле. «Йүрүҙән» гәзите, № 42, 18 октябрь 2024 йыл.
Һылтанмалар
И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. Башташ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мирхайдаров Р. М. История деревни Урманчино. С. 132-138 — Республиканский форум краеведов и музейных работников, посвящённый 75-летию Победы в Великой Отечественной войне / Сборник статей и материалов 1 декабря 2020 г./ Ред.-сост.: М. М. Зулькарнев (отв. редактор), С. А. Севастьянов, М. В. Гаухмаг, К. А. Мельникова. —. Уфа: Книга-Принт, 2020. — 376 с.: илл. ISBN 978-5-6045370-5-3
- ↑ 1 2 Хребет Баш-таш
- ↑ БЭ2013|index.php/read/8-statya/2056-bashtash-yrt|автор=И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров
- ↑ Абдуллина М.Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
- ↑ Тяжёлый транспортный самолёт Г-2 (АНТ-6), следовавший курсом "Челябинск - Куйбышев (Самара)", разбился на территории нашего района 24 октября 1943 года. На борту было 5 человек, погиб второй пилот-женщина. По словам тех, кто был с ней в самолете, девушка всю дорогу пела. После падения самолёт загорелся. Выживший лётчик и члены экипажа пришли за помощью в деревню. Их дальнейшая судьба неизвестна. Девушку похоронили в братской могиле партизан в с.Калмакулово. Экипаж 2-го отряда Московского управления ГВФ выполнял рейс по маршруту Челябинск - Куйбышев с грузом насосов и абразивов весом 2543 кг на борту. Полетный вес составлял 18700 кг. Взлет в а/п Челябинск произведен в 07:30. Через 50 минут полета самолет достиг района Кыштыма - озера Кузнецкое, то есть, начала горного хребта Урала, и имел приборную высоту от а/д Челябинск 680-700 м. Вследствие того, что высота гор впереди по курсу не позволяла выполнять полет по прямой и наблюдались сильные нисходящие потоки воздуха вблизи гор, командир корабля развернул самолет влево виражом, чтобы отойти от гор. Обойдя горный кряж с правой стороны в более низком месте, имея ту же высоту, пилот дошел до района Белокатая. В 09:40 экипаж передал бортовую погоду: высота облачности 1200 м, видимость 10 км, обледенения нет. Вследствие порывистого ветра силой 40-50 км/ч и гористого рельефа местности образовывались нисходящие потоки воздуха. Временами самолет при этом снижался со скоростью 3-5 м/с. Таким образом, дальнейший полет производился с постепенной потерей высоты. Производя полет в вышеуказанных условиях, пилот в районе Тугузлино встретил снегопад, вошел в него и через 8-10 минут прошел его. Видимость в снегопаде была до 2 км. Через 5 минут полета после выхода из снегопада самолет вошел во вторую волну снегопада. Видимость ухудшилась до 800-1000 м. Командир корабля продолжил полет в снегопаде при сильной болтанке с дальнейшей потерей высоты. Видя это, пилот увеличил обороты моторов до 1420 об/мин и продолжил полет. Поскольку видимость слева была лучше, а в этот момент впереди-справа показалась гора с вершиной выше высоты полета, командир корабля, видя невозможность ее перетянуть, отвернул влево на 20°, но слева также оказались горы. Пилот дал полный газ, пытаясь перетянуть гору, но, убедившись в невозможности этого, принял решение сажать самолет на лес. Посадка производилась парашютированием с высоты 4-5 м от верхушек деревьев, с небольшим левым креном, на скорости 65 км/ч по прибору и с выключенными моторами. Самолет упал на лес, провалился, ударился о скальную поверхность горы и загорелся. Второй пилот (женщина) сгорела (вскрытие трупа показало, что смерть последовала от разрыва сердца). 1-ый бортмеханик получил ушибы. Остальные члены экипажа невредимы. Самолет частично сгорел. Груз уничтожен. Катастрофа произошла в 10:10 в 7 км юго-юго-западнее с. Ильчикеево Салаватского района Башкирской АССР
- ↑ Зилә Садиҡова. Осоусы ҡыҙҙың шәхесе билдәле. «Йүрүҙән» гәзите, № 42, 18 октябрь 2024 йыл