Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | лейтенант |
Ерләнгән урыны | |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Вафат булған көнө | 12 август 1942 |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Һуғыш/алыш | |
Тыуған көнө | 1915 |
Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы (рус. Багаутдинов Абдулхак Хайретдинович) (1915 йыл — 12 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының саперҙар взводы командиры[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Абдулхаҡ Хәйретдин улы Баһауетдинов 1915 йылда Алтай крайы Бийск ҡалаһында[2] тыуған. Алтай крайы Бийск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 313-сө кавалерия полкының саперҙар взводы командиры була. Курск өлкәһендәге 1942 йылдың йәйге ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була һәм Озерки ауылынан төньяҡтараҡ ятҡан ағаслыҡта[3] ерләнә, һуңғараҡ Икенсе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә[4]. Ҡатыны — Якунина Прасковья (Бийск ҡалаһы)[3].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[5]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды, А. Х. Баһауетдинов исеме өҫтәмә исемлеккә индерелде[5].
- Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улының исеме Алтай крайының Хәтер китабына индерелгән[6]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- БАГАУТДИНОВ Абдулхак Хайретдинович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- БАГАУТДИНОВ АБДУЛХАК ХАЙРЕТДИНОВИЧ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)