Безансон

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Безансон
франц. Besançon
ФлагГерб
Drapeau officiel armorié Besançon.JPGArms of Imperial City of Besançon.svg
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Безансоне[d]
Почта индексы 25000[1]
Хөкүмәт башлығы Anne Vignot[d]
Архивы һаҡлана Archives municipales de Besançon[d]
Майҙаны
  • 65,05 км²[2]
Урынлашыу картаһы
Һәйкәлдәр исемлеге Q1847173?
Изге ҡурсалаусы Ferreolus and Ferrutio[d]
Ҡатын-ҡыҙҙар 61 568[3]
Рәсем
Административ-территориаль берәмек Ду[d], Безансон[d] и Grand Besançon Métropole[d]
Тармаҡ общее государственное управление[d][4]
Административ үҙәге Ду[d], Безансон[d], canton of Besançon-1[d][5], canton of Besançon-2[d][5], canton of Besançon-3[d][5], canton of Besançon-4[d][5], canton of Besançon-5[d][5], canton of Besançon-6[d][5], Grand Besançon Métropole[d] и Франш-Конте[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] и UTC+2:00[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Besançon[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 281 метр
Алыштырған Vesontio[d]
Рәсми сайт besancon.fr
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы муниципалитет һәм яңа муниципалитет[d][4]
Демография темы demographics of Besançon[d]
Туғандаш ҡала Кирклис[d], Фрайбург-им-Брайсгау[d], Павия[d], Хадера, Невшатель[d], Douroula[d], Куопио, Ман[d], Тверь, Бистрица[d], Бельско-Бяла, Шарлотсвилл[d], Хаддерсфилд[d], Эмполи[d], Douroula Department[d] и Сеехин[d]
Ҡыҫҡаса атамаһы Besac
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ду[d][6]
Дәүләт
Фолловерҙар һаны 13 291
Халыҡ һаны
Категория для видов элемента Category:Views of Besançon[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Besançon[d]
Статистическая область Q108921255? и Q3550944?
Сиктәш Montfaucon[d], Morre[d], Pirey[d], Pouilley-les-Vignes[d], Serre-les-Sapins[d], Tallenay[d], Thise[d], Vieilley[d], Avanne-Aveney[d], Beure[d] и Fontain[d]
Рәсми атамаһы франц. Besançon[8]
франкопров. Besançon
Ир-егеттәр 54 366[3]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Безансон (франц.Besançon; классич. лат. Bysantium; урта-быуаттар. лат. Vesontio; нем.Bisanz) — Франция көнсығышындағы ҡала, Ду йылғаһының бөгөлөндә урынлашҡан. Ду департаментының һәм Фран-конте төбәгенең административ үҙәге. Машиналар төҙөү, сәғәт, туҡыма һәм тегеү сәнәғәте үҫешкән. 2013 йылда халыҡ һаны 116 952 кеше тәшкил иткән.

Борон Vesontio тип аталған[9] һәм секвандарҙың галлия ҡәбиләләре үҙәге булараҡ б.э. тиклем 58 йылда Юлий Цезарь тарафынан яулап алына[10]. IV быуаттан алып Безансон епископтары билдәле була, улар ваҡыт үтеү менән архиепископ булып китә һәм ҡала менән идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. 1654 йылға тиклем ул Изге Рим империяһы составында ирекле ҡала булып ҡала.

1674 йылда Людовик XIV Безансонды ҡамауы

Безансон Габсбургтар ваҡытында ныҡ үҫешә, урындағы кешеләрҙең береһе, кардинал Гранвела империяның тышҡы сәйәсәте эштәрен алып бара. Утыҙ йыллыҡ һуғыш йомғаҡтары буйынса Безансон француздарға күсә һәм Людовик XIV бойороғо буйынса Вобан тарафынан тулыһынса нығытыла. Ғәйәт ҙур ҡәлғәне төҙөү 30 йыл биләй, 1814 йылда уны австриялылар утҡа тота, әммә, дөйөм алғанда, Вобандың ижади емеше беҙҙең көндәргә тиклем һәйбәт һаҡланғанлыҡта килеп етә[11].

1676 йылда бында Доль ҡалаһынан Франш-Конте идара итеү органдары күсерелә. 1671 йылда Долдән Безансонға XV быуатта «Ике Бургундия университеты» булараҡ асылған Франш-Конте университеты күсә.

XVIII быуат аҙағында Швейцариянан ҡасаҡтар килә, улар Безансондың сәғәт сәнәғәтенә нигеҙ һала. XIX быуатта ҡала ярайһы уҡ эре сәнәғәт үҙәге була. Бында шағир Виктор Гюго, социалистар Фурье һәм Прудон, шулай уҡ ағалы-ҡустылы Люмьерҙар тыуған. Стендаль «Ҡыҙыл һәм ҡара» романындағы ваҡиғаларҙың бер өлөшөн Безансонда урынлаштыра.

1960 йылда хәҙерге ҡаланың иң тығыҙ йәшәгән районы — Плануаз төҙөлә

Безансон климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 16,8 21,7 24,8 29,1 32,2 34,6 40,3 38,3 33,5 30,1 23 20,8 40,3
Уртаса максимум, °C 5 7 11 14,3 19 21,9 24,8 24,6 20,7 15,4 8,9 5,8 14,9
Уртаса температура, °C 2,1 3,1 6,7 9,7 15,2 17,9 20 20,2 16,9 13,4 8,8 4,1 11,5
Уртаса минимум, °C −0,8 0 2,5 4,5 8,7 11,7 13,9 13,6 10,6 7 2,4 0,3 6,2
Абсолют минимум, °C −20,7 −20,6 −14 −5,2 −2,4 2,1 4,5 3,4 −0,1 −6,1 −11,3 −19,3 −20,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 88,8 82,9 77,6 94,3 109,7 101,7 85,1 78,1 103,1 105,2 107,1 103,9 1137,6
Сығанаҡ: [12]

Ҡалала автобус һәм трамвай хәрәкәте бар (2014 йылдың 30 авгусынан)[13] .

  • Вобан проектлаған Безансон ҡәлғәһе. Үҙ эсенән цитаделде, ҡала диуарҙарын һәм Гриффон фортын ала. 2008 йылда был нығытмалар Вобандың 12 нығытмаһы иҫәбендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.
  • Боронғо рим ҡалдыҡтары: Ҡара ҡапҡалар, амфитеатр, һыу үткәргестәр, антик күперҙәр фрагменты
  • Сен-Жан соборы XI—XIII быуаттарҙа төҙөлгән, әммә XVIII быуатта яңынан үҙгәртеп ҡорола.
  • Кардинал Гранвела йорто (1534—40)
  • Музейҙар, аквариумдар, зоопарк
    • Ваҡыт музейы
    • Вобан цитаделендә «Францияның Ҡаршылыҡ Хәрәкәте һәм депортация» музейы.
    • Франш-Конте традициялары музейы
    • Тәбиғәт музейы: зоопарк, аквариум, инсектарий, «мышариум»[14], климатология.
  • Бальнеологик курорт
  • Безансон синагогаһы

Рәсәй Федерацияһы Тверь (Рәсәй)

Германия Фрайбург (Германия)

Финляндия Куопио (Финляндия)

Бөйөк Британия Хаддерсфилд (Бөйөк Британия)

Польша Бельско-Бяла (Польша)

Швейцария Невшатель(Швейцария)

Румыния Бистрица (Румыния)

Италия Павия (Италия)

Израиль Хадера (Израиль)

Буркина-Фасо Дурула (фр.)баш. (Буркина-Фасо)

Кот-д’Ивуар Ман (кот-д ' Ивуар)

Америка Ҡушма Штаттары Шарлотсвилл, Виргиния (АҠШ)

Фотоһүрәттәр галереяһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Quai Vauban Besançon.jpg
Panoramique Besancon.jpg
Citadelle de Besançon - Front royal - Ensemble.JPG
Вобан яры буйы Иҫке Безансон ҡыйыҡтары Безансон ҡәлғәһе.
  1. Base officielle des codes postauxLa Poste, 2018.
  2. база данных о французских коммунахНациональный географический институт Франции.
  3. 1 2 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
  4. 1 2 COMMUNE DE BESANCON // Système national d'identification et du répertoire des entreprises et de leurs établissements (фр.)
  5. 1 2 3 4 5 6 Code officiel géographique — 2017.
  6. Sandre
  7. archINFORM (нем.) — 1994.
  8. Code officiel géographique
  9. Везонцио // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  10. Безансон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  11. Безансон // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  12. climat_france?73928.path=climatnormales%252FREG20 Météo France.(недоступная ссылка)
  13. Noctarium 2009 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған. (фр.)