Белов Владимир Викторович
Белов Владимир Викторович (1960 йылдың 1 октябре, Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең опера йырсыһы (тенор), сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 2021 йылдан — Тверь филармонияһы директоры[1]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы[2].
Биографияһы
Владимир Викторович Бело́в 1960 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ҡалаһында тыуған[2].
1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (М. Ғ. Мортазина класы) тамамлай[2].
1987—1988 йылдарҙа һәм 1990 йылдан алып — хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, 1988—1990 йылдарҙа — Свердловск опера һәм балет театры, 1997—2003 йылдарҙа — Прага дәүләт операһы солисы[2].
2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры директоры[2].
2012 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы директоры[2].
2021 йылдың ноябренән Тверь филармонияһы директоры[1].
И. К. Архипова һәм М. Л. Биешу менән бергә сығыш яһай. Рәсәй, Германия, Италия, АҠШ, Франция, Японияла гастролдәрҙә була.
Вокаль партиялары
Ротшильд («Ротшильд скрипкаһы», В. И. Флейшман һәм Д. Д. Шостакович; дебют, 1987), Владимир Игоревич («Кенәз Игорь», А. П. Бородин), Герман («Пиковая дама», П. И. Чайковский), Герцог («Риголетто»), Манрико («Трубадур»), Радамес («Аида», Дж. Верди), Хозе («Кармен», Ж.Бизе), Бохаир («Салауат Юлаев»), Аҡмырҙа («Шәурә»), «Реквием»-дә (Верди (1994)), Л. Бетховендың Туғыҙынсы симфонияһында (1998) партиялар. Йырсының репертуарында — рус һәм сит ил композиторҙарының операларынан ариялар, рус халыҡ йырҙары һәм романстары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- М. И. Глинка исемендәге Халыҡ-ара конкурс лауреаты (Смоленск ҡалаһы, 1993)
- С. Я. Лемешев исемендәге халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы дипломанты (Тверь ҡалаһы, 1992)
- Дж. Ғайяр исемендәге халыҡ-ара йырсылар конкурсы дипломанты (Памплона ҡалаһы, Испания, 1996)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Владимир Белов — директор Тверской филармонии. Сайт «Музыкальное обозрение» (9 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 С. М. Платонова. Белов Владимир Викторович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Александрова Н. Владимир Белов: «Моя Родина всегда со мной» //Ватандаш. 2004. № 4.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Белов Владимир Викторович (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)
- Сайт «Музыкальное обозрение» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 сентябрь 2025)