Белоруссия Олимпия комитеты
Беларусь Республикаһының Милли олимпия комитеты — формаль яҡтан үҙаллы, бойондороҡһоҙ йәмәғәт берекмәһе, статусы һәм роле Олимпия хартияһы һәм Беларусь Республикаһының «Физик культура һәм спорт тураһында» законы менән билдәләнә[1]. Беларусь Республикаһы Милли олимпия комитеты 1991 йылдың 22 мартында ойошторола. Тәүге президенты — Владимир Николаевич Рыженков.
Тарихы
1991 йылдың 22 мартында Милли олимпия комитеты ойошторола (Устав раҫлана, Милли олимпия комитеты президенты итеп В. Н. Рыженков һайлана).
1992 йылдың 9 мартында Милли олимпия комитеты Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан ваҡытлыса ағза итеп таныла.
1993 йылдың 21 сентябрендә Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан рәсми рәүештә таныла (Монаколағы 101-се сессияһы ҡарары).
12 — 27 февраль 1994 йылда Норвегияның Лиллехаммер ҡалаһында үткән XVII ҡышҡы Олимпия уйындарында үҙаллы команда булараҡ ҡатнаша.
МОК Президенттары
| № | Президент
(йәшәү йылдары) |
Фотография | Президентлыҡ мөҙҙәте | Идара итеү осоро | |
|---|---|---|---|---|---|
| Башлай | Тамамлай | ||||
| 1 | Владимир Николаевич Рыженков | 22 март 1991 | 12 декабрь 1996 | 2092 көн | |
| 2 | Александр Григорьевич Лукашенко
(1954) |
15 май 1997 | 26 февраль 2021 | 8688 көн | |
| 3 | Виктор Александрович Лукашенко
(1975) |
26 февраль 2021 | 2012 көн | ||
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Закон Республики Беларусь от 18.06.1993 г. № 2445-XII (Извлечение). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2008. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2008 года.