Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы
Илдар Ғәлимнур улы Бикбулатов (рус. Бикбулатов Ильдар Галимнурович; 1953 йылдың 4 ноябре, Белорет, Башҡорт АССР-ы) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999), Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2024).
Биографияһы
Илдар Ғәлимнур улы Бикбулатов 1953 йылдың 4 ноябрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһында (педагогтары А. М. Кудрявцев һәм Н. Л. Самарина) уҡый.
1978 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогтары Рәшит Нурмөхәмәтов һәм Эрнст Сәйетов) тамамлай. Диплом эше — «Герой әсәһе» картинаһы (1978). Армияла хеҙмәт итә.
1991—1992 йылдарҙа —Рәсәй Федерацияһы Художество фондының Башҡортостан ижади-производство комбинатында баш рәссам булып эшләй, 1993 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институтының Художество-графика факультетында уҡыта[2]. Портрет, пейзаж жанрында эшләй.
Илдар Ғәлимнур улы — 1989 йылдан «Етәү альянсы», 1990—1992 йылдарҙа «Сыңғыҙхан» ижади төркөмө ағзаһы.
Рәссамдың эштәре Башҡорт дәүләт художество музейында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Оҙайлы һаҡламдар фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллекцияһында (Өфө), Татар йәмәғәт үҙәгендә (Ҡаҙан), шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.
2024 йылдың 19 сентябрендә, Башҡортостан рәссамдар Союзының 90 йыллығына Илдар Бикбулатовҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы исеме бирелде[3].
Хеҙмәттәре
«Герой әсәһе» портреты (1978), «Улымдың портреты», «Дуҫымдың портреты» (икеһе лә — 1981), «РСФСР-ҙың халыҡ артисы Н. Ирсаева портреты» (1984), «Автопортрет» (1989). «Мин 1953 йылда тыуғанмын» (1989), «Ҡыҙыл эңер» (1990), «Тау башындағы ҡала», «Мәсет» (икеһе лә — 1992). «Рәссам Э. М. Сәйетов портреты» (1998), «Рәссам Ә. Ф. Лотфуллин портреты» (2000), «Әсә портреты» (2003). Пейзаждар: «Урал ихатаһы» (1981), «Вьетнам» серияһы (1984), «Ауыл кисе» (2003).
Күргәҙмә
Бикбулатов Илдар Ғәлимнур улы — 1974 йылдан алып художество күргәҙмәләр ҡатнашсыһы.
Өфөлә шәхси күргәҙмәләре (1992, 2003, 2015).
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2024).
Һылтанмалар
- З. С. Тулумбаева. Бикбулатов Илдар Галимнурович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2017. 2017 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
- http://www.shrb.ru/painting/bikbulatov.htm
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Бикбулатов Илдар Глимнурович | ФГБОУ ВПО Башкирский государственный педагогический университет им. 2014 йылдың 17 март көнөндә архивланған.
- ↑ В Уфе выставка к 90-летию Союза художников Башкортостана объединила 140 авторов. 6 февраль 2026 тикшерелгән.