Бикмәтов Сәлим Түрйән улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ир-ат
Хәрби звание Өлкән лейтенант и политрук[d]
Ерләнгән урыны
Ғәскәр төрө кавалерия
Һуғыш/алыш
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
Вафат булған көнө 10 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Тыуған урыны
Тыуған көнө 1902

Бикмәтов Сәлим Түрйән улы (рус. Бикметов Салим Турьянович) (1902 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы политругы.

Сәлим Түрйән улы (атаһының исеме Гурьян тип хаталы яҙылған[1]) Бикмәтов 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында[2] тыуған. Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында политрук булып хеҙмәт итә. Курск өлкәһе Озерки ауылы тирәһендәге ҡаты алыштар барышында батырҙарса һәләк була, башта Озерки ауылы эргәһендәге урманда ерләнә, һуңынан Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлегенә күсерелә[2]. Документтарҙа ҡатыны Бикмәтова Сәлифә (Зәлифә?) Таһир ҡыҙы күрһәтелгән[3].

Бикмәтов Сәлим Түрйән улының исеме Рәсәй Федерацияһы Липецк өлкәһе Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлеге обелискыһында яҙылған.