Бикташева Ләйсән Марат ҡыҙы
Ләйсән Марат ҡыҙы Бикташева (рус. Бикташева, Лейсан Маратовна; 1993 йылдың 23 ноябре, Туймазы, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй биатлонсыһы, ил чемпионаты призеры, кросс-биатлон буйынса юниорҙар араһында Европа чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2015)[1].
Биографияһы
Ләйсән Марат ҡыҙы Бикташева 1993 йылдың 23 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында тыуған.
Карьера башында саңғыла уҙыш менән шөғөлләнә, юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге һәм Рәсәй кубогы этаптарында Башҡортостан өсөн сығыш яһай.
2012 йылдан алып биатлон, менән шөғөлләнә, Новосибирск өлкәһе һәм параллель зачет иҫәбендә — Мордва өсөн сығыш яһай. Тренеры — В. В. Иванов.
2013 йылда асыҡ Европа чемпионатында кросс-биатлон буйынса ҡатнаш эстафетала һәм спринтта юниорҙар араһында чемпион була, эҙәрлекләү уҙышында көмөш призер.
2015/16 миҙгелендә Рәсәй чемпионатындағы шәхси уҙышта бронза миҙал яулай. 2015 йылда 27 йәшкә тиклемге спортсылар араһындағы ил беренселегенә эҙәрлекләү ярышында бронза призер һәм эстафетала еңеүсе була[2].
Рәсәй кубогы этабында эстафета еңеүсеһе була[3].
Күп тапҡырҙар Новосибирскиҙағы төбәк-ара турнирҙарының еңеүсеһе була[4][5].
2020 йылдың 27 декабрендә Чайковский ҡалаһында (Пермь крайы) үткән биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында һәм Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Ижевск винтовкаһы буйынса һайлап алыу ярышында Ләйсән Бикташева ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси 15 км йүгереүҙән дүрт еңеүҙе яуланы. Ул ярышта бер тапҡыр ҙа атыуҙы үткәрмәй, еңеп сыҡҡан Лариса Куклинанан 35,5 секундҡа ҡалыша[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ О присвоении спортивного звания «Мастер спорта России». Приказ № 18-нг от 24.02.2015 г.(недоступная ссылка)
- ↑ Первенство России. Эстафета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
- ↑ Новосибирская область выиграла женскую эстафету. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
- ↑ Турнир в Новосибирске. Спринт. Буртасов и Бикташева одержали победы
- ↑ Турнир в Новосибирске. Спринт. Махамбетов и Бикташева победили, Черезов — 2-й, Слепцова — 19-я
- ↑ Новосибирская биатлонистка Лейсан Бикташева взяла «бронзу» на чемпионате России в индивидуальной гонке. Сибкрай.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.