Бикҡужин Абдулхаҡ Закир улы

Бикҡужин Абдулхаҡ Закир улы (рус. Биккузин Абдулхак Закирович) (14 ноябрь(ҡайһы бер документтарҙа 17 ноябрь[1]) 1919 йыл — 15 март 2007) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы яугиры[2]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1941) ордендары кавалеры[1][2].

Биографияһы

Абдулхаҡ (ҡайһы бер документтарҙа Алексей[1]) Закир улы Бикҡужин 1919 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылында[2] тыуған. 1939 йылда Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия (1943 йылдың февраленән алып 16-сы гвардия) дивизияһында хеҙмәт итә, артиллерия дивизионы составындағы разведкалау (вычислительный) взводы командиры була[2]. Бындай дивизиондар хәрби тәьминаты өсөн булдырыла, улар артиллерия утын корректировкалау һәм сәптәрҙе билдәләү менән шөғөлләнә[3]. Һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби ордендарға лайыҡ була. 1938 йылдан Өфөлә педагогия институтында уҡый. 1941 йылда Владивосток ҡалаһында Артиллерия училищеһында уҡый[4]. 1944 йылда Марьин артиллерия училищеһында уҡыта[1]. 1946 йылдың декабрендә демобилизациялана[2].

2007 йылдың 15 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1941)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • Юбилей миҙалдары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Сведения о личном составе
  2. 1 2 3 4 5 БИККУЗИН Абдулхак Закирович. Шаймуратовцы
  3. Коллектив авторов. Раздел 4. «Organization» // Field Manual No. 100-2-3 «The Soviet Army:Troops, Organization, and Equipment» / Под ред. Carl E. Vuono[en]. — Вашингтон: US Government Printing Office, 1991. — С. 32 (4-9) — 188 (4-158). — 456 с.
  4. Военно-пересыльные пункты

Һылтанмалар