Бирғәлин Айнур Азамат улы

Айнур Азамат улы Бирғәлин (рус. Биргалин Айнур Азаматович; 1989 йылдың 17 октябре, Баттал, Башҡорт АССР-ы) — Ислам дине әһеле. 2019 йылдың 16 октябренән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе).

Биографияһы

1989 йылдың 17 октябрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы Баттал ауылында тыуған[1].

Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университетында белем алған. Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәләге Әл-Әзһәр халыҡ-ара ислам университетының Сәнәүиә институтын тамамлаған[2].

2011 йылдан Өфөнөң «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы була[2]. Һуңынан Өфө ҡалаһының 8 Март ҡасабаһында «Фәтхислам» мәсетен төҙөй[1] һәм уның имам-хатибы була[2].

«Таймаҫ-Престиж» компанияһының директоры. Рәсәй Федерацияһы Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең етәксеһе була. Грэпплинг буйынса Башҡортостан чемпионы[1].

2016 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп бүлеген тамамлаған[2].

2018 йылда Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].

2019 йылдың 28 апреленән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе) вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 2019 йылдың 16 октябрендә үткән VIII отчет-һайлау съезында Айнур Бирғәлин күпселек тауыш менән мөфтөй вазифаһына һайланды[3].

2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының аспирантураһына уҡырға инә[4].

2024 йылдың 25 октябрендә Айнур Азамат улы Бирғәлин йәнә Башҡортостан Республикаһының Мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе итеп һайланды. Уның кандидатураһы Өфөлә үткән ойошма съезында раҫланды. Ҡабаттан һайлау тураһындағы ҡарар съезд делегаттарының хуплауы менән ҡабул ителде, тип хәбәр итте Рәсәй Мосолмандарҙың Дини йыйынының матбуғат хеҙмәте[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2011-2015 йылдарҙа Өфө Ҡалаһы Совет районының «Рамаҙан» ММРО имамы була.

2014 йылдан Имам-Хатиб Өфө Ҡалаһының Ленин районы «Фәтхислам» ММРО рәйесе. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһында РФ мосолмандары эшҡыуарҙары Ассоциацияһы етәксеһе.

2019 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Мосолмандарының Диниә назараты үҙәкләштерелгән дини ойошмаһы мөфтөйө вазифаһын башҡарыусы. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе-мөфтөйө.

2024 йылдың 10 июлендә Айнур Бирғәлин йөҙөн тулыһынса йә өлөшләтә йәшереп торған дини кейем кейеүҙе тыйыу тураһындағы закон проектына ҡаршы сыҡты[6].

Ғаиләһе

Өйләнгән, биш бала тәрбиәләй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Аскарова Минзаля. И.о. главы ДУМ Башкирии Айнур Биргалин: «Говорят, я молодой и злой» // МК-сеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2019.
  2. 1 2 3 4 5 Рахматуллин Тимур. Айнур Биргалин: «Мы не собираемся что-то выклянчивать у власти, садиться на шею Хабирову» // Реальное время. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2019.
  3. Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 8-се съезында яңы рәйес һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 16 октябрь 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2019)
  4. Editor. БИРГАЛИН Айнур хазрат (билдәһеҙ). Духовное Управление Мусульман Республики Башкортостан. ДУМРБ (11 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2021. Архивировано 15 ноябрь 2021 года.
  5. Председателем Духовного управления мусульман Башкирии вновь стал Айнур Биргалин. 6 февраль 2026 тикшерелгән.
  6. Муфтий Башкирии Айнур Биргалин выступил против закона о запрете хиджабов. 6 февраль 2026 тикшерелгән.