Биш ауыл

Биш ауыл (Бишкәү[2], Биткә[3]; рус. Бишково, Битково) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округының Рахманғол территориаль бүлегенә ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

Халыҡ һаны

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 98 кеше йәшәй, шул иҫәптән 48 ир һәм 50 ҡатын-ҡыҙ[4].

2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 128 йәшәгән[5].

Тарихы

Тарихи сығанаҡтар буйынса Биш ауыл аҫаба башҡорттар ауылы[6]. Рәсәй архив сығанаҡтарында ауыл Бишково, Битково исемдәре аҫтында билдәле. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 10 йортонда 54 башҡорт йәшәгән[6]. 1859 йылда 12 йортта 91 башҡорт теркәлгән[6].

Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[6]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр бөтәһе 368 бот ярма икмәк сәскән[6]. Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә