Блохин Александр Владимирович
Блохин Александр Владимирович | ||||
---|---|---|---|---|
Файл:Блохин Александр Владимирович.jpg | ||||
Вафат урыны | у Бешил-Ирзой, Ножай-Юртовский район, Чечен Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы | |||
Хеҙмәт иткән урыны |
СССР Рәсәй Федерацияһы |
|||
Ғәскәр төрө | Авиация | |||
Хеҙмәт итеү йылдары | 1989—2002 | |||
Хәрби звание | Капитан | |||
Часть | 487-се хәрби идаралағы айырым вертолет авиация полкы | |||
Вазифа | вертолёт звеноһы штурманы | |||
Хәрби алыш/һуғыш |
Цумадинск-Ботлихск кампанияһы Икенсе чечен һуғышы |
|||
Наградалар һәм премиялар |
|
|||
Связи | Н. Н. Володин — экипаж командиры |
Блохин Александр Владимирович (5 декабрь 1971 йыл—2002 йыл) — Рәсәй хәрби осоусыһы. Цумадинск-Ботлихск кампанияһында һәм Икенсе чечен һуғышында ҡатнаша. Капитан. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2004, үлгәндән һуң).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Владимирович Блохин 1971 йылдың 5 декабрендә Куйбышев өлкәһенең Куйбышев ҡалаһында (хәҙер Һамар өлкәһенең Һамар ҡалаһы) тыуа. Урыҫ. Бәләкәй сағында ғаиләләре менән Ростов өлкәһенең Семикарокорск ҡалаһына күсенәләр. Бында Александр 1-се мәктәпте тамамлай. 1989 йылда осоусыларҙың Өфө юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. Уны 1993 йылда тамамлап, Улан-Удэла вертолет полкында хеҙмәт итә. Будённовск ҡалаһында урынлашҡан 487-се айырым вертолет полкына А. В. Блохин 1995 йылдың яҙында күсерелә.
1995 йылдың 14 июнендә чечен сепаратистары Буденновск ҡалаһында террористик акт ҡыла, һөҙөмтәлә милиционерҙар һәм тыныс халыҡ үлтерелә, аманаттар алына. Боевиктар район үҙәк дауаханаһы территорияһында алған аманаттар араһында хәрби осоусы А. В. Блохин да була. Биш көн эсендә террорсылар Александрҙы өс көн атырға алып сыға. Азат ителгәндән һуң, кисерелгән стресс арҡаһында блохин йыл ярым самаһы оса алмай. Реабилитация курсы барышында ул үҙ часында ваҡытлыса оператив дежурный ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Бары тик 1996 йыл һуңында ғына ҡабат осорға сығарыла.
1999 йылдың 7 авгусында чечен сепаратистарының ҡораллы отрядтары Дағстан Республикаһына баҫып инә. Төньяҡ Кавказ хәрби округының 58-се армияһының 487-се хәрби идаралағы айырым вертолет полкы Ботлих аэродромына күсерелә һәм Цумадинск-Ботлихск кампанияһында ҡатнаша. Дағстан территорияһынан сепаратистарҙың һәм сит илдәрҙең ялланып һуғышыусылар бандформированиеларын ҡыуып сығарыу менән үк тиерлек Төньяҡ Кавказда терроризмға ҡаршы операция башлана. 1999—2002 йылдарҙа Дағстан һәм Чечня Республикаһы территорияһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу ваҡытында А. В. Блохин 300-ҙән ашыу хәрби осош яһай, шул иҫәәптән 100 осошто вертолет звеноһы штурманы сифатыында башҡара.
2002 йылдың 31 авгусында экипаж командиры капитан Н. Н. Володин һәм штурман капитан А. В. Блохин составындағы Ми-24П вертолеты һаҡ постарына личный составты һәм аҙыҡ-түлек алып барған Ми-8 транспорт вертолетын оҙатып барыу буйынса хәрби осош яһай. Транспорт вертолеты Чечня Республикаһының Ножай-Юрт районының Мескеты һәм Бешил-Ирзу ауылдары районында ерҙән һөжүмгә дусар була. Оҙатып барыусы вертолет, маневр яһап, Ми-8 вертолетын дошман утынан ҡаплай һәм уға һөжүм зонаһынан китеү мөмкинлеге бирә. Шул саҡта Ми-24П вертолетына ӘИгла-1М" күсмә зенит ракета комплексынан ракета ебәрелә. Уның ярсыҡтары вертолеттың һул двигателенә зыян килтерә, бортта янғын сыға. Осоусылар янған машинала Ми-8 вертолетын ахырғаса ҡаплап бара, һуңынан, торлаҡ кварталдарына ҡоламаҫ өсөн, ситкә осалар. Вертолет ҡалдыҡтары Бешил-Ирзу ауылынан бер километр ситтә ҡолай.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2004 йылдың 2 мартындағы Указы менән Ми-24П вертолеты экипажы — капитан Блохин Александр Владимирович менән капитан Володин Николай Николаевич, Төньяҡ Кавказ төбәгендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме менән наградлана. А. В. Блохин Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһы зыяратында ерләнгән.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (02.03.2004, үлгәндән һуң)
- Батырлыҡ ордены (1999)
- «Ҡаһарманлыҡ өсөн» ордены
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ростов өлкәһенең Семикаракорск ҡалаһында Рәсәй Геройы А. В. Блохин йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Блохин Александр Владимирович на сайте Уфимского высшего военного училища лётчиков . Архивировано 18 декабрь 2012 года.
- Официальный сайт города Семикаракорска . Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 13 ноябрь 2013 года.
- Авиация в локальных конфликтах. Страничка Памяти 1999-2007 .